Мәхмүт ауылы сайты(сайт деревни Махмутово)

Пятница, 26.04.2024, 03:12

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | | Регистрация | Вход

Главная » Архив материалов

Ҡәҙерле һәм һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар!Ысын йөрәктән һеҙҙе иң матур яҙғы байрам – Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайбыҙ !
Ошо яҡты, ҡыуаныслы мәлдә беҙ – ир-егеттәр – ғаилә усағын һәм именлеген һаҡлаған әсәй-өләсәйҙәргә, тормош юлдаштарыбыҙға, апай-һеңлеләргә, ҡыҙҙарыбыҙға, ғөмүмән, бар гүзәл зат вәкилдәренә сикһеҙ мөхәббәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Һеҙҙең күбегеҙ оло һөйөү менән балаларын тәрбиәләп, мең мәшәҡәттән торған йорт эштәрен башҡарағыҙ .
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Аллы-гөллө сәскәләр, матур маҡтау һүҙҙәре, иң ҡиммәт ... Читать дальше »

Просмотров: 305 | Добавил: bikbaj2017 | Дата: 09.03.2017 | Комментарии (0)

Мәхмүт - Өмөтбай
Хәҙерге Баймаҡ районы Өмөтбай ауылына күсеп китеүсе Мәхмүт ауылы кешеләре тураһында ла яҙып үтәбеҙ.
Баймаҡ районының төнъяғында урынлашҡан Ҡарағай-Ҡыпсаҡ волосына ҡараған ауылдар 19-сы быуаттың беренсе яртыһында 6-сы кантондың 13-14 һанлы йортона ингәндәр.
1813-сө йылда Һаҡмар йылғаһына ҡойған Бүрелетамаҡ йылғаһы буйында хәҙерге Әбйәлил районы Мәхмүт ауылынан күсеп килгән 19 ғаилә урыҫ хуторы ерендә Өмөтбай (Кирәй) ауылына нигеҙ һала.
Был ауылға Хәлил ауылынан (хәҙерге Әбйәлил районы) Ҡанбулат Собханғолов һәм уның туғандары ясауыл Сыңғыҙ һәм (1814 йылда Наполеонға ҡаршы һуғышта вафат булған) Ҡускилде күсеп килгәндәр.
Таһир ауылынан Ҡусшитәр Күсәров күсеп килгән.
Өмөтбай ауылы Әбйәлил районы Мәхмүт ауылынан күсеп килгән, Мәхмүт старшинаһы Ахай Ишбулдиндың командаһынан отставкаға сыҡҡан йөҙбашы (сотник) Өмөтбай Тәнекәйев ... Читать дальше »

Просмотров: 290 | Добавил: bikbaj2017 | Дата: 02.03.2017 | Комментарии (0)

Беҙ - Ҡарағай-Ҡыпсаҡтар 
Әбйәлил районында ялан ҡарағай-ҡыпсаҡтар алты ауылда донъя көтә: Ишбулды, Ҡалмаҡ, Мәхмүт, Хөсәйен, Хәлил, Әбделмәмбәт.
Һуғышта был ауылдар яугирҙары 13-се һәм 14-се башҡорт алайҙары составында хеҙмәт иткән.
Ишбулды  ауылынан  яуға Ҡәлимғужа Ҡылысов, Мырҙабулат Әлмөхәмәтов;
Мәхмүттән (Ҡусҡар) – Ишбулды Ҡусҡаров (1806 –1807 йылдарҙағы хәрби кампанияла ҡатнаша, 1839 йылда иҫән була) Алтынсура Кинйәбаев  менән  бергә Польша һәм Пруссияла рус ғәскәрҙәре менән бергә Наполеонға ҡаршы һуғышта ҡатнашалар.
14-се башҡорт полкы ғәскәрҙәре Ырыҫбай Теләүлин, Алтынсура Илбулов,  Иҫәнғол  Әмиров,  Буранғол Бәхтийәров, Ҡаҙаҡбай Ишкилдин, Мырҙабай Дәүләтбаев, Мөхәмәтшәриф Иҫәкәев, Абдулғариф Йәньюлдашев хәрби батырлыҡтары өсөн миҙалдарға лайыҡ булғандар;
Әбделмәмбәттән (Һарт, Ә ... Читать дальше »

Просмотров: 255 | Добавил: bikbaj2017 | Дата: 02.03.2017 | Комментарии (0)

Ҡыпсаҡтар тураһында
Бик боронғо төрки халыҡ булараҡ, ҡыпсаҡтар, башҡа башҡорт ҡәбиләләре, ырыуҙары кеүек, оҙон һәм ҡатмарлы тарихи юл үтә. Улар беҙҙең эраға тиклемге III быуатҡа ҡараған ҡытай йылъяҙмаларында уҡ «цин ча» тип аталған иероглифтар менән билдәләнгән. Ҡытай йылъяҙмасылары «цинь ча»ларҙы һары    сәсле, зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө кешеләр, тип яҙып ҡалдырған. Бәлки, улар, ысынлап та, һары сәсле булғандыр, сөнки урыҫ йылъяҙмаларында ҡыпсаҡтар «половцы» – «һары сәсле кешеләр» (полова – урыҫ телендә «һары», «һалам» тигәнде аңлата) тип аталған. Ләкин бөгөнгө ҡыпсаҡтарҙың күбеһе ҡара сәсле һәм һоро күҙле. Тарихсыларҙың барыһы ла тиерлек был халыҡты беҙҙең эраға тиклемге IX быуатта, йәғни 2800 йыл элек  Ҡытайҙың төньяғында, хәҙерге Тыва Республикаһының Тыва уйпатлығында ... Читать дальше »

Просмотров: 242 | Добавил: bikbaj2017 | Дата: 02.03.2017 | Комментарии (0)

Дин, милләт, ырыуыбыҙ
динебеҙ - Ислам, милләтебеҙ - башҡорт, ырыуыбыҙ - Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, ораныбыҙ - "тоҡсаба", ағасыбыҙ - ҡарағай, ҡошобоҙ - ҡарсыға, тамғабыҙ - даға, ауылыбыҙҙың исеме - Мәхмүт, ауылыбыҙҙағы аралары - Бажандар, Иместәр, Тәүкәйҙәр.

Халыҡ иҫәбе
Мәхмүт ауылы халҡының һаны төрлө йылдарҙа үткәрелгән халыҡ иҫәбенә күрә ошолай:
1795 йыл - 231 кеше,
1842 йыл - 432 кеше,
1866 йыл - 420 кеше,
1900 йыл - 377 кеше,
1920 йыл - 462 кеше,
1939 йыл - 309 кеше,
1959 йыл - 314 кеше,
1968 йыл - 480 кеше,
1989 йыл - 465 кеше,
2002 йыл - 558 кеше,
2009 йыл - 667 кеше,
2010 йыл - 584 кеше.
Мәхмүт ауылында 5-се халыҡ иҫәбе ревизияһы мәғлүмәттәре буйынса (1794-1795 йыл) - 259 кеше, ә 10-сы ревизияға күрә ... Читать дальше »

Просмотров: 270 | Добавил: bikbaj2017 | Дата: 02.03.2017 | Комментарии (0)

Әбйәлил районы һәм Мәхмүт ауылы географияһы
Әбйәлил районы  - Башҡортостандың Урал аръяғында, урта өлөшөндә урынлашҡан, Силәбе өлкәһе менән сиктәш. Әбйәлил районы 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 4289 км². Район үҙәге — Асҡар ауылы. 
Район еренең көнсығыш өлөшө — тигеҙлек-дала, көнбайышы — таулы- урманлы.
Таулы-урманлы зонаһы 600—1000 м бейеклектәге Уралтау, Ирәндек һәм төньяҡта уларҙың дауамы булған Ҡырҡтытау (иң бейек урыны — Ҡараташ тауы, 1117 м) һырттарынан тора. Ирәндек тауындағы Тағанташ, Ҡоҙғонташ һәм Һандыҡташ тау үрҙәре лә, бейеклеге һәм сихри формалары менән иғтибар йәле ... Читать дальше »

Просмотров: 294 | Добавил: bikbaj2017 | Дата: 02.03.2017 | Комментарии (0)

Ҡәҙерле Винера Фәтхислам ҡыҙы! Һине 50 йәшлек күркәм юбилейың менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ.Сөнәғәт ағай Ғәбит улы Ильясов менән оҙон йылдар бергә-бергә ғүмер итергә насип булһын һеҙгә! Күңел тыныслығы, донъя ҡыуаныстары, бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡтар, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ. Теләйбеҙ оҙон ғүмерҙәр, Теләйбеҙ ныҡлы һаулыҡ. Беләбеҙ бит бөтәбеҙ ҙә Ныҡлы һаулығың-байлыҡ. Аҡ сәскәләр кеүек ап-аҡ Булһын һинең бәхетең. Балаларығыҙ иҫән булһын, Имен булһын донъялар, Иман инһен йортоғоҙға, Яңғыраһын доғалар!

Просмотров: 263 | Добавил: bikbaj2017 | Дата: 17.02.2017 | Комментарии (0)

"Мәхмүт ауылым "- төркөменен описаниеһы . Тыуған ерем ! Ауылым ! Мәктәбем ! .... Һиңә ҡарата сикһеҙ ихтирам рәхмәт тойғолары кисерәм ! Тыуған яҡтың тирә яғын тарихын , туғандарҙы 7 быуынға хәтлем белеп аралашһын өсөн төркөм . Ысынлапта , тыуған яғындан ситтә йәшәү , уны күреүҙән мәхрүм булыу бик - бик ауыр . Йыраҡ араларҙы яҡынайтып , тыуған төйәгенә ҡайтып килһәң , күңел йырлай , йөрәк ярһый , барыһыла яҡын , изге . Төркөмдөң маҡсаты : 1 . Тасманы , альбомды ҡарап үҙ фекерегеҙҙе яҙып , лайҡ ҡуйыу . 2 . Һеҙҙеңсә ауыл тормошонда , ниндәй мәсьәләләр бар . 3 . Тарих , мәҡәлә яҙыу . 4 . Байрам , Тыуған көн , Туй тантаналары менән ҡотлау , фото , видео ҡуйыу . 5 . Тәҡдим , яңылыҡтар яҙыу . 6 . Хәтирәләр : Баласаҡ , Мәктәп , Студент , Армия хеҙмәте , Колхоз мәле , Биография. ....... 7 . Үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы . 8 . Етешһеҙлектәрҙе , ҡурҡыныс ерҙәрҙе фото рәсем ... Читать дальше »

Просмотров: 437 | Добавил: bikbaj2017 | Дата: 15.02.2017 | Комментарии (0)

Венер Рим улы Янбердин ! Тыуған көнөн менән ҡайнар ҡотлайбыҙ . һаулыҡ,бәхет,оҙон ғүмер , саф мөхәббәт һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

Просмотров: 246 | Добавил: bikbaj2017 | Дата: 15.02.2017 | Комментарии (0)

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Әнүзә Әғләм ҡыҙы Кустыбаева ! Һине тыуған көнөң менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!Һиңә ҡоростай һаулыҡ,муйыл сәкәһендәй ап-аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.Гел шулай матур,алсаҡ йөҙлө,киң күңелле кеше булып ҡал.Кешегә һыр бирмәй матур итеп йырлап,бейеп,күңелле кеше бул.Уңыштар һиңә!❤

Просмотров: 229 | Добавил: bikbaj2017 | Дата: 15.02.2017 | Комментарии (0)

« 1 2 ... 5 6 7 8 »

Вход на сайт

Поиск

Календарь

«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930

Наш опрос

Оцените мой сайт
Всего ответов: 19

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0