Мәхмүт ауылы сайты(сайт деревни Махмутово)

Воскресенье, 28.04.2024, 23:33

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | МЧПВ и Пограничники. | Регистрация | Вход

                  Бикбай тик ятмай
28 май — Сик буйы ғәскәрҙәре көнө


Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә йәмәғәтселек хәрәкәте ныҡ әүҙемләште. Фекерҙәре, уй-хыялдары уртаҡ булған кешеләр төрлө ойошмаларға берләшә башланы. Мәғлүм булыуынса, күптән түгел райондың Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары үҙҙәренең ойошмаһын булдырғайны. Улар уғата әүҙем эшләп алып китте: ҡыҫҡа ваҡыт эсендә коробка төҙөп, Бөйөк Еңеүгә арналған район парадында ҡатнаштылар, 28 майҙа иһә Асҡар ауылында сик буйы ғәскәрҙәре яугирҙәре хөрмәтенә һәйкәл асырға йыйыналар. Сик буйы ғәскәрҙәре көнө уңайынан бөтә ошо яҡшы эштәрҙе башлаусыларҙың, ойоштороусыларҙың береһе, заманында сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ часында хеҙмәт итеүсе Мәхмүт ауылы егете Бикбай Насырйәнов һәм уның йәмәғәтселек эшмәкәрлеге тураһында һүҙем. 
Бикбай Батыр улы Насырйәновты хәрби хеҙмәткә 1989 йылдың яҙында саҡыралар. Учебкаға Анапа ҡалаһында урынлашҡан Сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ частарына эләгә. 
— Унда минең менән райондаштар ҙа бар ине: Теләштән Ялалов Рәфис, Туйыштан Миңлебаев Урал. Артабан шул йылдың көҙөнә Мурманск өлкәһенең Кувшинская Салма тигән урынына күсерҙеләр. Дембелгә ҡәҙәр диңгеҙ сиген һаҡлау кораблендә хеҙмәт иттек. 1991 йылдың декабрендә тыуған ауылыма ҡайтып төштөм, — тип хәтерләй әрме хеҙмәтен ул. 
Ауылына ҡайтҡас, Бикбай урындағы хужалыҡҡа эшкә төшә, ситтән тороп Йылайыр ауыл хужалығы техникумында агрономға уҡый. Колхоз тарҡалғас, Магнитогорск ҡалаһына эшкә урынлаша. 
Бикбай Батыр улынан әүҙем йәмәғәтселек эшмәкәрлегенең ҡайҙан килеүе тураһында һорашҡас, бәләкәй саҡтан ойоштороу һәләте бар, нимәнелер уйлап, шуны йәмәғәтселек менән берлектә бойомға ашырырға яратам, тип яуап бирҙе. 
Ул спорт менән дә дуҫ була. Заманында көрәш буйынса республика чемпионы исемен яулай. Төрлө фән олимпиадаларында ҙур теләк менән ҡатнаша. 1993 йылда Мәхмүт ауылында «Аҡтирәк» исемле йәштәр ойошмаһы төҙөй. 
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һораған ярҙам булманы һәм ойошма тарҡалды. Ул мәлдә бындай ойошмалар республикала юҡ ине. Бер аҙ ваҡыттан һуң Башҡортостанда ла ошондай ойошмалар баш ҡалҡыта башланы. Аҙаҡ саҡырып алып, ойошма эшен йәнләндереүҙе һорағайнылар ҙа, күңел һүрелгәйне, — ти ул. 
Хәҙерге ваҡытта йәмәғәтселек эшен алып барыуҙа интернет селтәре ныҡ ярҙам итә икән. Быны ныҡлап төшөнгәс, Бикбай Батыр улы 2015 йылдың 1 февралендә «Бәйләнештә» сайтында теркәлә һәм шул йылдың 14 авгусында «Мәхмүт ауылы» төркөмөн булдыра. Артабан инде бер-бер артлы «Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр», «Диңгеҙселәр», «Танышайыҡ, ҡауышайыҡ, ғаилә ҡорайыҡ» төркөмдәрен, Мәхмүт ауылының рәсми сайтын төҙөй. 
— Мине электән, ниңә Бөйөк Еңеүгә арналған район парадында сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр ҡатнашмай, тигән уй борсой ине. Уйлап ҡараһаң, фашистарҙы тап пограничниктар беренсе булып ҡаршы ала һәм Гитлерҙың СССР-ҙы ашығыс рәүештә баҫып алыу планын емерә бит. Ошондай уйҙар менән йөрөй торғас, Аллаға шөкөр, фекерҙәштәр табылды һәм быйыл күмәкләп хыялды бойомға ашырҙыҡ. Был ғына түгел, районда сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының ойошмаһын булдырып, уны республика ойошмаһына теркәтеп ҡуйҙыҡ. Йәмәғәтселек эше алып барыуым, интернет селтәренә файҙа алыу һәм итеү маҡсатында ғына инеүем ошоғаса хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә булған яугир олтайым ерләнгән ҡәберлекте табыуға килтерҙе. «Бәйләнештә» сайтының «Үлемһеҙ полк» төркөмөнә бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеп таптым олатайымды, — ти, ҡәнәғәт йылмайып, Бикбай Батыр улы.

                        
Ғәҙел ИШМОРАТОВ
.

                                                                          ТАРИХ

Былтырҙан йөрөй торғас алла биргәс Ил һаҡсыларынын йыйылышын осона апарып сығарҙым. 17 се апрел йыйылыш булып үтте.Комиссия район үҙәгенә һайланды һәм ауыл советтарына рәйестәр һайланды.Мине районға зам итеп һайланылар.Хәҙер районда Пограничниктар ойошмаһы барлыҡҡа килде.21 апрел Алкинола Башҡортостандын пограничтарынынын конференцияһы беҙҙен районданда делегация бара һәм теркәү үтәләр.
Ошо эште ойоштороп башҡарып сығыуға минә ярҙам итеүселәр булмаһа башҡарып сыға алмас инем.
Былтыр Военком Рөстәм Миңлеғәле улы һәм урынбасары Максим Валентинович менән кәңәшләшкәс йыйып үткәрәлһан беҙ риза тип рөхсәт бирҙеләр.
Район ветерандар советы рәйесе Ансар Ғәфәр улыла минең тәҡдимде хупланы.
Район хакимиәте урынбасары Урал Марат улына рәхмәт йыйылыш үткәреүгә рөхсәт биргәне өсөн.
Единая россиянын рәйесе Әшираф Әсғәт улына ҙур рәхмәт минең ошо эште башҡарып сығыуға ныҡ ярҙам итте.
Район ҡатын ҡыҙҙар рәйесе Линиза Камил ҡыҙына ҙур рәхмәт булған ауыл советтарына шылтыратып ауыл советы ҡатын ҡыҙҙарын эшкә екте пограничниктарға хәбәр итеүҙе.
Район дом култураһы урынбасары Элиза Әкрәм ҡыҙына рәхмәт.Тәҡдим гә ынғай ҡарап артистарынан концерт ҡуйҙырып Пограничниктарҙын һәм ҡунаҡтарҙын күңелен күтәрҙеләр. 
Вадим Фәнил улына рәхмәт йыйылыш үткәреүгә бүлмә биргәнгә.
Йыйылыштын аҙағынан пограничниктар район музейына экскурсияға барҙылар.Рәхмәт Рәмилә Садыҡ ҡыҙына тәҡдимде кире ҡаҡмай экскурция үткәреугә ризалыҡ биргәне өсөн.
Йыйылышҡа килгәндәргә ҙур рәхмәт.
Ауыл төркөмдәренен администраторҙарына ҙур рәхмәт белдереүҙе бастырғандарына.
Бөтәгеҙгәлә һаулыҡ, ғәилә бәхете теләйем. Бушҡа әйтмәғәндәр күмәкләгән яу ҡайтарған тип.
Күмәкләгәс иҙге эште атҡарып сыҡтыҡ.Рәхмәт бөтәғеҙгәлә, шулай гел бергә булайыҡ.

                                            Ойошма төҙөлдө.

17 апреля 2017 году создали организацию:" Совет Ветеранов Пограничных Войск Абзелиловского района Республики Башкортостан".

                         

Председатель Совета Умурзаков Азамат М. 
Заместитель председателя Совета Насырьянов Бикбай Б. 
Члены Совета: Сынгизов Р.С. , Рахматуллин Н.З. , Гатиатуллин Ш.С. , Абдрахманов А.М. , Магадеев Р.Т. , Янбирдин Р.Р. , Кадыров Т.М. . Председатели организации ветеранов-пограничников по сельским поселениям: СП Халиловский сельсовет- Абдулгазин А.Я.. Бурангуловский сельсовет- Усманов Г.Г.. Гусевский сельсовет- Гатиатуллин Ш.С.. Таштимировский сельсовет- Насыров Р.Р.. Баимовский сельсовет- Канагатуллин С.М.. Ташбулатовский сельсовет- Баймухаметов З.Г.. Янгильский сельсовет- Хайсаров Д.Р.. Альмухаметовский сельсовет- Гибадатов Ш.Р.. Кирдасовский сельсовет- Салимьянов Г.М.. Амангильдинский сельсовет- Ахтямов И.А. Равиловский сельсовет- Кужин Р. Р.

                                          Протокол № 1

                             

                                           Награда.

                                

 

Хөрмәтле Әбйәлил районы халҡы!!!
Әбйәлил районы Сик буйы ғәскәрендә хеҙмәт итеүселәрҙе
туплау маҡсатында ошо: https://vk.com/club122867394 - төркөм төҙөлдө.
Әлегә төркөмдә 200 кеше һанала.
Яҡташтар, Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәрҙең күбеһе интернет селтәрендә ултырмай, шуға һеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ.
Кемдәрҙең туғандары йә иһә таныштары Сик буйы ғәскәрендә хезмәт иткән, зинһар төркөмгә улар тураһында яҙығыҙ.
Төркөмдәр Администраторҙары, зинһар, ошо посты үҙ төркөмөгөҙгә һалығыҙ.
Быйыл 28 майҙа Сик буйы ғәскәрҙәренә 100 йыл тула.
Зинһар ярҙам итегеҙ уларҙы бер ергә тупларға.Бөтәгеҙгә лә рәхмәт.
Әбйәлил районының сик буйы ғәскәрҙәре советы урынбаҫары Насырьянов Б.Б.
Уважаемые жители Абзелиловского района!!!
С целью объединения тех, кто служил и служит в пограничных войсках создали группу club122867394. На данный момент в группе насчитывается около 200 человек. Земляки, многие отслужившие в пограничных войсках не бороздят просторы интернета, поэтому обращаемся к вам. Напишите нам пожалуйста о ваших родных и знакомых которые служили и служат в погранвойсках.
В мае этого года Пограничным войскам исполняется 100 лет.
Так же огромная просьба к администраторам групп поделиться данной записью на страницах своих сообществ.
Пожалуйста, помогите собрать в единое всех сослуживцев погранвойск.
Заместитель председателя " Совета Ветеранов Пограничных войск Абзелиловского района РБ " Насырьянов Б. Б.

 

 

Вход на сайт

Поиск

Календарь

«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930

Наш опрос

Оцените мой сайт
Всего ответов: 19

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0