Мәхмүт ауылы сайты(сайт деревни Махмутово)

Понедельник, 29.04.2024, 05:30

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | Ауылымдын Мәҫьәләһе. | Регистрация | Вход

Ауылымдағы етешһеҙлектәр.

1. Ауылымдын мәҫьәләһе.

                                      2013 йыл Оло Ҡыҙыл йылғаһы ныҡ ташып байтаҡ зыян килтерҙе Әбйәлил районына.Ҡоймалы ямғырҙар авғуст айында көслө яуыу арҡаһында Оло Ҡыҙыл йылғаһы ташып һыу буйындағы ауылдарға күп зыян килтерҙе, байтаҡ Күперҙәрҙе ағыҙҙы.
Ауылыбыҙ халҡыла зыян күрҙе, Йылға буйындағы огородтарҙы һыу йыуҙы.
Ауылға оло трассанаң иңғән юлды Күперғә хәтлем йыуып алып китте.
Әле булһала юлыбыҙ йүнәтелмәғән. Икенсе йыл ауылдаштар байрамы үткәрәбеҙ тейҙәр, ауылда ғы етешһеҙлектәрҙе бөтөрмәйенсә үткәреү кәрәкмәйҙер, шулай уйлайым.

 

Күктең төбө... Әбйәлил тирәһендә лә тишелгәйне
Барыһы ла бесән эшләгәндә, ирем вахтаға эшкә сығып китте, мин үпкәләп тороп ҡалдым, исмаһам, бесән дә сабып әҙерләп китмәнең, тип, ә ул, сентябрҙә эшләп өлгөрөрбөҙ, тип, иҫе лә китмәне, – Асҡарға баҙарға килгән ҡатын болотло күккә ҡарай-ҡарай, күләүектәрҙе урап уҙҙы. Хәҙер ҡыуанып бөтә алмайым (ялҡау бәхетле була), әлдә бесәнгә төшмәгәнбеҙ, ана, халыҡтың кәбән-күбәләре янып ултыра, ә күпме кешенең әҙер бесәне бөтөнләй йөҙөп китте.
– Эйе шул, Ҡыҙыл буйлап күбәләр шул килеш кенә йөҙөп үткәндә, йөрәк әрнене, – тип йөпләне уны юлдашы. Умарталар ҙа йөҙҙө генә... 
Ошо арала Әбйәлилдә барыһының да телендә – ташҡын, унан күргән зыян. Шуға был ике ҡатындың да ошо хаҡта һөйләшеүенә аптырайһы түгел. Һәм һәр кем, ярай ҙа бер кем дә һәләк булманы, баш һау булһа, мал табыла ул, тип хәбәрен тамамлап ҡуя. Ләкин ныҡ зыян күреүселәр – оло һыуҙың юлында тороп ҡалыусылар – ваҡиғаны тетрәнеүһеҙ ҡабул италманылар.

– Һыу бик ҡурҡыныс килә икән, – ти Мәрйәм. – Өй шарт-шорт килде, таралып йөҙөп китер һымаҡ тойолдо. Ташҡын шәхси хужалыҡтарҙың картуф баҡсаларын, бесәндәрен, умарталарын, бүрәнәләрен ағыҙып алып китте. Беҙҙең тимер ҡойманы ла алып китә ине, әгәр уны иҫке машинабыҙ терәп тормаһа.


Михайловка ауылында йәшәүсе Мәүлиҙә Солтанова әйтеүенсә, билдән һыу кисеп йөрөүҙәр әле генә онотолмаҫ: «Туҡтамай яуған ямғырҙан һуң Йәнгел йылғаһы таша башлағас,ҡаҙ-өйрәктәрҙе йүгереп йөрөп туғандарға ташып өлгөрҙөк, ә тауыҡтар батып үлде. Өй эсенә ингән һыуҙан обойҙар юҡҡа сыҡты, бөтә әйбергә, кейемгә дым еҫе һеңде». «Урын кәрәк-ярағын сығарып киптереп булмағас, еүеш килеш йәйҙек», – тип һүҙгә Ишбикә Талипова ла ҡушылды. Ул, һыуҙың атаһы йортона етеп килеүен белгәс тә, уның янына килә. Беҙ барғанда, атаһы Әсләм Солтановтың гөлдәй йорт-ерен ташҡын талап-тунап сыҡҡан кеүек ине: урамдағы баҙ емерелгән, ихата эсендәге асфальтты аҡтарған, өйҙөң нигеҙе йыуылған, рәшәткә йөҙөп киткән... Заманында ике торба урынына берәүҙе генә һалып киткәнлектән, йылғаға яҡын йорттарҙы йыл һайын тиерлек яҙғы ташҡында һыу баҫа икән. Шунан йонсоған хужалар күсеп тә китергә риза, тик ҡайҙа, нисек?! Михайловкала иң аптыратҡаны шул булды: ситтәге өйҙәрҙе һыу баҫа башлағас, ауылдаштары ярҙам итер урынға, нимә, батаһығыҙмы, тип көлөп ҡарап үтеп киткән. Тапҡандар кәмит. Михайловкала ҙур зыян күргән дүрт өйҙән тыш, мәктәп бинаһы ла һыуҙа батҡан: ике яңы һыуытҡыс йөҙөп йөрөгән, музейҙарында экспонаттар һыуланған һ.б, һ.б. Йылғаның ситен «Башаҡ» хужалығы етәксеһе Мәжит Шәғәлиев нығытып ҡараған, тик ул бер үҙе тотош ташҡынға ҡаршы тора аламы инде?! Күпергә өҫтәмә торба һалып, йылғаның ярҙарын төплө итеп нығытмайынса, кешеләр йыл да зыян күрәсәк. Был – факт.

Ишҡол ауылында иң беренсе осраған Ғәлим Шаһиев, һыу ҡурҡыныс килде, тип башын сайҡаны: «Тауыҡтарҙы, һарыҡтарҙы ағыҙып алып китте, картуф баҡсаларын һыпырып йыуҙы... Ауыл хакимиәте башлығы Нуретдин Хәсәновҡа рәхмәт, трактор менән өйөбөҙгә килеп, балаларҙы эвакуацияланы. Һыуға батып-сумып, үҙе йөрөнө». Әйткәндәй, ҡайһы бер ауылдарҙан кешеләр, башлыҡтар бер ни белмәй йоҡлап ятты, йә өйөнән генә фарман биреп ултырҙы, тип асыуланып ҡуйҙы. Етәксе етәксенән айырыла шул, барыһы ла бер төрлө – тырыш, намыҫлы була алмайҙыр. Ә Ишҡолда намыҫлы, миһырбанлы, ҡыйыу кешеләр күп табылған, шөкөр. Илфат Әбүзәров, Хәйрулла Тимерйәнов, Илнур Баязитов, Венер Кейекбаев атлы ир уҙамандары бәләгә тарыған ауылдаштарын һыуҙан ҡотҡарып йөрөгән. Ишҡолдоң «Даманский» тип аталған өлөшө бөтөнләй һыуға батҡан, сөнки ике яҡлап аҡҡан Ҡыҙыл менән Тере Ҡыҙыл йылғалары ташып, шул тирәлә бергә ҡушылған. Беҙ барғанда Әлфиә Сафина, Ишдәүләт Сәлихов, Зөбәйҙә Абдрахманова, Кәрим Ҡаһармановтарҙың йорттарына оҙон ҡуңыслы итектә текмә буйлап ҡына инеп булһа, Иршат Мөхәмәҙиев, Ринат Муләхмәтовтарҙың өйҙәренә кәмә менән генә йөҙөп барып була ине. Кешеләрҙең тауыҡтары, һарыҡтары моңайышып һарай башында торһа, башҡа малдары көтөүлеккә лә сыға алмай баҡырышты. Сәбәбе – бәләкәй күперҙең ағып китеп, көтөүлеккә юл ябылыуында. Фәнүзә һәм Ләлә Тимерйәновалар, Зөлфиә Сафина оҙатыуында ағып киткән күпер урынын барып ҡараныҡ, әйткәндәй, мал өсөн йылға әле һаман бик хәүефле, көслө аға ине, кисеп кенә сығырлыҡ түгел. Күпер булмағас, Исҡужа менән Мишәр ауылдары бар донъянан айырылған.

– Телевидениенан һыу аҫтында ҡалған ауылдарҙы әйткәндә, Ишҡол менән Тәпәнде телгә алыусы булманы, – ти Зөлфиә. – Ә бит беҙҙең ауыл халҡы ла ҙур зыян күрҙе. Бәләкәй күперҙе лә ағыҙҙы, ҙуры ла авария хәлендә... 

Ауыл советы депутаты Мәжит Тимерйәнов менән «Даманский»ҙа йөрөгән саҡта, студент Әхәт Шириязданов халыҡҡа цистерна менән таҙа һыу ташыны. Уның менән бер аҙ һөйләшкәс, донъяларын ипкә килтерергә тырышҡан Мәрйәм менән Вәғиз Тимерйәновтар янында ла туҡталып киттек. Ташҡын килгән сәғәттәрҙә улар һыуҙа йөҙөп, малдарын ҡотҡарған.

– Һыу бик ҡурҡыныс килә икән, – ти Мәрйәм. – Өй шарт-шорт килде, таралып йөҙөп китер һымаҡ тойолдо. Ташҡын шәхси хужалыҡтарҙың картуф баҡсаларын, бесәндәрен, умарталарын, бүрәнәләрен ағыҙып алып китте. Беҙҙең тимер ҡойманы ла алып китә ине, әгәр уны иҫке машинабыҙ терәп тормаһа.

Ишҡолдағы хәлде үҙ күҙебеҙ менән күреп, ташҡындың ҡурҡыныс йөҙөн күргәндәй булдыҡ. Ә бит һанай китһәң, һәр ауыл тиерлек ташҡын касафатына эләккән: Оло Ҡыҙыл йыуған Исхаҡ, Буранғол, Һәйетҡол, Ишкилде, Үтәгән, Амангилде, Рысҡужа, Тирмән, Ҡолоҡас, Ҡусҡар, Рауил, Ишҡол, Тәпән, Мәхмүт, Әбделмәмбәт, Хәлил, Ишбулды, Әлмөхәмәт, Әбдрәш, Кесе Ҡыҙыл йыуған Байым... Байымда йәшәүсе таныштар, кәртәлә һыу билдән, баҙ аҫтында һыу иҙәнгә етә яҙҙы, урамға сыға алмайбыҙ, тип яҙғайны: «Беҙҙең ауылды ла һыу баҫыуын районда белмәгәндәр ҙә, хәбәр итеүсе лә булмаған. Ғөмүмән, ташҡындың башланырын белмәнек, һәр кем үҙ йүнен үҙе күрҙе инде». Әлеге ваҡытта эсәр һыу менән проблеманы хәл итеү маҡсатында Руслан Мортазин көн һайын үҙенең «КамАЗ»ында халыҡҡа һыу тарата. Ә Әбдрәштән хәбәр итеүҙәренсә, иң ауыр саҡта шәхси эшҡыуар Рәмил Юлдыбаев ауылдаштарын аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән. Дөйөм алғанда, Әбйәлилдә район хакимиәте, бөтә тейешле хеҙмәттәр юғары ойошҡанлыҡ күрһәткән, халыҡ үҙе лә киҫкен ваҡытта юғалып ҡалмаған. 

Ошо көндәрҙә ауыл хакимиәттәрендә махсус комиссиялар төҙөлөп, ташҡындың зыянын иҫәпләй башлағайнылар. Тик… ярҙам алыу өсөн һәр зыян күреүсегә әллә күпме бюрократик кәртәне үтеп, бихисап документ юлларға кәрәклеген белгәс, аптырап ҡалдылар. Ауыл халҡы донъяһын рәтләһенме, әллә ярҙам алыу өсөн тупһалар тапаһынмы? Был һорау әлегә асыҡ ҡала. Шулай ҙа етәкселәр тарафынан вәғәҙә ителгән ярҙам тейешле адресатына барып етергә тейештер, тип өмөтләнәйек.

 

2. Ауылымдын мәҫьәләһе.

Хөрмәтле Ауылдаштар!
Беренсе һорауға яуап.
Ауылдағы бағаналарҙағы электр яҡтылығын Хәлил ауыл советынын рәйесе ғенә хәл итә. Шуға күрә урамдағы электр яҡтылығы буйынса һорауҙарығыҙҙы Хәлил ауыл советына барып хәл итеғеҙ.

Иҡенсе һорауға яуап.
Тыныслыҡ урамындағы 5 = се һанлы йортон эрғәһендәғе һыныҡ бағана буйынса.
Бағана буйынса Аскарға электросеттен контораһына барып ғариза яҙыр ҡәрәк, шунан һуң ғына алыштыралар.

Ике һорауға шундай яуап алдым Аскарҙа электросеттен контораһынаң.

 

  3.Ауылымдын мәҫьәләһе.

27.11.2012 й.Осҡон ғазетаһы.
Ни өсөн Мәхмүт ауылының мәҙәниәт йорто асылмай? Клуб мөдирҙәре гел алмашына, әммә уларҙың береһе лә һөҙөмтәле эш күрһәтмәй. Беҙ, йәштәр, ял көндәрендә ҡайҙа күңел асырға тейеш? Әбделмәмбәт ауылының клубында ла шул уҡ хәл.
Мәхмүт ауылы йәштәре.
Һорауға район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г. З. Лавренова яуап бирә:
— Күптән түгел Мәхмүт ауылының мәҙәниәт усағын ижади, әүҙем кеше етәкләне. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә клуб мөдире һөҙөмтәле эш күрһәтте. Халыҡтың ялын ойоштороуҙа уға шулай уҡ мәҙәниәт усағының техник персоналы ныҡ ярҙам итә. Ошо сәбәптән, клубтың ял көндәрендә ябыҡ булыуы мөмкин түгел. Әбделмәмбәт ауылының мәҙәниәт йорто иһә бик насар торошта. Бинала ҡышҡы шарттарҙа эшләргә мөмкин булмау сәбәпле, уны ҡышҡы осорға ябыу ҡарар ителде. Ғөмүмән, Әбделмәмбәт ауылының мәҙәниәт усағы күптән ябылыу хәлендә. Халыҡты, ял сәғәттәрен ҡайҙа уҙғарырға белмәгән йәштәрҙе хәстәрләп, клубты йәй көндәрендә асыу рөхсәт ителгән.


 

Вход на сайт

Поиск

Календарь

«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930

Наш опрос

Оцените мой сайт
Всего ответов: 19

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0