Мәхмүт ауылы сайты(сайт деревни Махмутово)

Понедельник, 29.04.2024, 10:46

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | Ауылым тарихынан | Регистрация | Вход

Ауылымдын тарихы. Әбйәлил районы һәм Мәхмүт ауылы географияһы Әбйәлил районы - Башҡортостандың Урал аръяғында, урта өлөшөндә урынлашҡан, Силәбе өлкәһе менән сиктәш. Әбйәлил районы 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 4289 км². Район үҙәге — Асҡар ауылы. Район еренең көнсығыш өлөшө — тигеҙлек-дала, көнбайышы — таулы- урманлы. Таулы-урманлы зонаһы 600—1000 м бейеклектәге Уралтау, Ирәндек һәм төньяҡта уларҙың дауамы булған Ҡырҡтытау (иң бейек урыны — Ҡараташ тауы, 1117 м) һырттарынан тора. Ирәндек тауындағы Тағанташ, Ҡоҙғонташ һәм Һандыҡташ тау үрҙәре лә, бейеклеге һәм сихри формалары менән иғтибар йәлеп итә. Ирәндек тауының көнсығыш битләүенә йәнәшә биш саҡрым алыҫлыҡта Олоғор тауы урынлашҡан. Олоғор тауының оҙонлоғо 16 саҡрым, төньяҡ өлөшөндә (Мишәр ауылына бик яҡын ерҙә) Игитимер (Игетимер) исемле тар һәм кесе кисеүле, һалҡын һыулы йылға аға. Был тауҙың көньяҡ өлөшөндә тар һәм кесе кисеүле Ҡарасай (Ҡараһаҙ) йылғаһы аға, был ике кесе йылға ла Оло Ҡыҙыл йылғаһына ҡоя. Мәхмүт ауылы Башҡортостандың Әбйәлил районында, район үҙәге Аскарҙан 27км (саҡрым), Хәлил ауылынан (Хәлил ауыл идараһына бәйле) 8 км (саҡрым) алыҫлыҡта урынлашҡан. Мәхмүт ауылына иң яҡын тимер юлы станцияһы, 17км (саҡрым) алыҫлыҡта урынлашҡан Әлмөхәмәт станцияһы. Олоғор тауының көнсығыш битләүендә, өс йылға буйында - Оло Ҡыҙыл, Игитимер һәм Ҡарасай йылғаларының уртаһында - Мәхмүт ауылы менән Әбделмәмбәт (Ҡыҙыл Һарты) ауылдары урынлашҡан. Был ике ауылды бер-береһенә иң яҡын урынлашҡан ауылдарҙан һанарға була, сөнки ике ауылды Асҡар-Магнитогорск-Сибай-Баймаҡ трассалары менән тоташтырыусы юл ғына айыра. Әбделмәмбәт ауылы Мәхмүт ауылының көньяҡ өлөшөндә, ә төнъяҡ-көнсығыш өлөшөндә Игитимер һәм Оло Ҡыҙыл йылғалары аша Тәпән ауылы урынлашҡан. Мәхмүт ауылының йәнәшәһендә, Оло Ҡыҙыл йылғаһы аша бер саҡрым алыҫлыҡта Оҙонғор тауы һуҙылған, тауҙың оҙонлоғо ике саҡрым.

Вход на сайт

Поиск

Календарь

«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930

Наш опрос

Оцените мой сайт
Всего ответов: 19

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0