Мәхмүт ауылы сайты(сайт деревни Махмутово)

Воскресенье, 28.04.2024, 23:17

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | Насырьяновтар Шәжәрәһе. | Регистрация | Вход

Минең шәжәрәм.
Насырьяновтар шәжәрәһе:
Кидриев Бәхтийәр (1753 - 1812 йыл) - 1се быуын: өс улы булған: (1) Бәхтияров Кинйәбай - 1803 йылғы; (2ө) Бәхтийәров Нарынбай (1794 йылғы), ҡатыны Аҙнабикә (1792 йылғы); (3) Бәхтийәров Ҡустыбай (1783 йылғы), ҡатыны Гөлшинира (1783 йылғы).
2-се быуын: Бәхтийәров Ҡустыбайҙан ике улы тыуған: (1) Ҡустыбаев Зәйнулла (1806 йылғы) (2) Ҡустыбаев Хәбибулла (1811 йылғы), ҡатыны Ямансарина Татлыбикә (1823 йылғы).
3-сө быуын: Ҡустыбаев Хәбибулланың бер улы һәм бер ҡыҙы булған: (1) Ҡустыбаева Латифа (1841йылғы), Ҡустыбаев Насырйән (1838 йылғы), ҡатыны Ярылғап ауылы сығышлы.
4-се быуын: Ҡустыбаев Насырйәндең ике улы булған, исемдәре: Ҡустыбаев Ғәбит, Ҡустыбаев Һибәт.
5-се быуын: Ҡустыбаев Ғәбиттән ике ҡыҙ һәм ике ул тыуған: Мөнийә, Мөнизә, Мәреүән, Ирәмән.
5-се быуын: Ҡустыбаев Һибәттән ике ул һәм өс ҡыҙ тыуған: Сәлимйән, Рәшит, Бибинур, Роза ( Роза ҡыҙы Баймаҡ районы Билал ауылында тормошта), Бибиәсмә (Мәхмүт ауылында йәшәүсе Баястановтарҙа тормошта), баллары: ике ҡыҙ һәм бер малай булып, исемдәре: Мәҙинә, Наилә, Ғәлийән.
Баястанов Ғәлийәндең ҡатыны Флүрә Баймаҡ районы Һәмән ауылы сығышлы, балалары: Венера, Көнһылыу, Илгиз, Миңһылыу.
Насырйәнов Ноғоман (1903 йылғы) Ахай (Ишбулды) ауылынан Шөһөрова Ғилминиса (1901-1972 йыл) менән өйләнә.
6-сы быуын: Уларҙың өс улы һәм бер ҡыҙы булған. Улар: Насырйәнов Салауат, Насырйәнова Ғәйнур (өс балаһы - бер ҡыҙ ҙа ике малайы бар), Насырйәнова Алтынбикә, Алмабикә Мәхмүт ауылында йәшәйҙәр, Алмабикә Ильясов Рәжәптә тормошта, балалары: Йомадил һәм Раян.
Насырйәнов Морат һәм ҡатыны Әминәнең ике улы бар: Айнур һәм Раил.
6-сы быуын: Насырйәнов Рафиҡ тормош иптәше Ҡаҙмаш ауылынан Сәүҙә, уларҙың балалары дүрт ул да өс ҡыҙ. Улар 7-се быуын була.
7-се быуын: Насырйәнов Рәшит, Насырйәнова Фатима, Насырйәнов Ишморат, Насырйәнова Рәйсә, Насырйәнова Рәмзиә (Билал ауылында тормошта), Насырйәнов Ким (ҡатыны Мәхмүт ауылынан Нуриманова Фирүзә Марат ҡыҙы, улдары ( 8-се быуын) Насырьянов Дим.
7-се быуын: Насырйәнов Рим (ҡатыны Ярлыҡап ауылынан Иҫәнбулатова Әлфиә), (8-се быуын) балалары - ике ҡыҙ һәм бер малай: Насырйәнова Гөлсәсәк, улы Насырйәнов Замир, Насырьянова Зөльфиә.
6-сы быуын: Насырйәнов Батыр (15.09.1938 - 09.11.2010 йыл), ҡатыны Күсей ауылынан Мырҙабаева Фәрзәнә (1945 йылғы). Балалары - 7-се быуын.
7-се быуын: балалары биш ул да ике ҡыҙ: Насырйәнова Фәрхизә (Кильдийәров Мөхәмәттә тормошта), Фәрхәнә (Йәнбердин Радикта тормошта,

Беҙ Насырйәновтар, Ҡустыбаевтар, Бәхтияровтар бер шәжәрәгә ҡарайбыҙ.
Беҙҙең шәжәрә: Ҡыҙриев Бәхтиярҙан башлана. Уның улы Ҡустыбай, Ҡустыбайҙан - Зәйнулла һәм Ғибәҙулла, Зәйнулланан - Ҡустыбаев Исламдың тоҡомдары дауам иткән. Ә Ғибәҙулланан - Насырйән (ҡатыны Ярлыҡап ауылынан), балалары - 7 ҡыҙ булғандар. Ете ҡыҙҙан таралған балалар:
Аскарҙа, Рәүилдә, Ишҡолда, Тәпәндә - Әкрәм ағай, Мишәрҙә - Бикҡоловтар, Мәхмүттә - Менәүрә инәй Килдийәрова. Насырйәндән - Һибәт, Һибәттән - Бибинур, Бибиәсмә (улы Ғәлийән Баястанов).
Нөғәмән/Ноғоман (ҡатыны Ахай/Ишбулды ауылынан Шөһөрова Ғилминиса. Ғилминиса өләсәй яғынан Мәхмүттә туғандар - Ғилмисафа Нарынбаева, уның баллары ауылда, Ишбикә Ушанова (иптәше Ушанов Рәис), Таһирова Алһыу (иптәше Артур), Ильясова Айгөл (иптәше Азат ).
Нөғәмәндән - Рафиҡ, ҡатыны Сәүҙә инәй (Ҡаҙмаш ауылынан), улдары - Салауат; Батырҙың ҡатыны Фәрзәнә (Кусей ауылынан).Әсәйем Фәрзәнә менән Маһикамал Килдийәрова ике туғандар. Мәхмүт ауылында йәшәүсе Ғәббәс Кильдийәровтың ғаиләһе, Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе Килдийәров Әҡсәндең ғаиләһе - әсәйем яғынан туғандарыбыҙ булып сыға.
Ҡарамурзиндарҙыэ әсәләре - атайым Батрырҙың ике туған апайы. Ҡолмөхәмәтовтар кем яғынан туған икәнлеген яҡшылап белмәйем, Шәүкәт ағай һәйбәт белә ине, һорап яҙһагыҙ ине.
Рысбаев Мараттың әсәһенең фамилияһы Ҡустыбаева.
Беҙ Ҡыҙриев Бәхтийәрҙең нәҫеле булабыҙ. Шәжәрә Бәхтийәр олатайға тиклем билдәле, шәжәрәбеҙ унан башлана.
Ошо исемлект исем-фамилиялары яҙылғандар, үҙ шәжәрәгеҙҙе, кемдән таралганыгыҙҙы яҙығыҙ!
Был шәжәрәләге исемдәр 1794 йылғы халыҡ переписена ҡарап төҙөлдө.

Хөрмәтле Кустыбаевтар, төҙәтеп өҫтәп яҙығыҙ.
4-се быуын: Ҡустыбаев Ялал, Ялалдың (5-се нәҫел) улы Ҡустыбаев Барый булған.
Барыйҙың (6-сы нәҫел) улы Ҡустыбаев Ислам. 
Исламдың (7-се нәҫел) улдары Ҡустыбаев Әсләм, Әғләм, Ғаян.

Хөрмәтле Бәхтияровтар, төҙәтеп өҫтәп яҙығыҙ.
4-се быуын: Бәхтияров Мәхмүтдин һәм Кәшфетдин.
Кәшфетдиндең (5-се быуын) улы Хәмзә. Хәмзәнең (6-сы быуын) улы Байрас, Дим, Баяс.
Мәхмүтдиндең (5-се быуын)улы Әхмәтғәли. Әхмәтғәлинең улы (6-сы быуын) улы Әхмәтйән.
Әхмәтйәндең (7) улдары: Самат, Әхәт, Ғиззәт, Ирек. Саматтың улы (8-се быуын) Фидан.

Вход на сайт

Поиск

Календарь

«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930

Наш опрос

Оцените мой сайт
Всего ответов: 19

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0