Мәхмүт ауылы сайты(сайт деревни Махмутово)

Воскресенье, 28.04.2024, 22:53

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | Ғәилә һәм Нигеҙ тарихы. | Регистрация | Вход

      Нәҙер Сабрахман улы Сафиндын ғәйлә тарихы.

                                                                                                                                                          Нәҙер Сабрахман улы менән Хәҙиә Даян ҡыҙы Сафиндар 

Был донъяла әҙәм балаһын яҙмышы йөрөтә, тиҙәр. Ошо юлдарҙа яҙылғандар ҙа бер ауылдашыбыҙҙың яҙмышы, был ғаиләнең, ғаилә рәйесе һәм атаһының яҙмыш юлдарының ҡыҫҡа хикәйәһе. Әбйәлил районының Мәхмүт ауылының киң һәм оҙон Тыныслыҡ урамы, 92 һанлы йортта 52 йыл йәшәй был ғаилә. Был йортта Нәҙер Сабрахман улы менән Хәҙиә Даян ҡыҙы йәшәйҙәр. Нәҙер Сафиндың атаһы Сабрахман Сафин, хәҙерге Бөрйән районы Һарағы ауылында тыуған (хәҙерге Килдеғол ауылы). Сабрахман атаһы мәрхүм булғас, эш эҙләп ялан яҡтарына сығып китә. Хәҙерге Әбйәлил районы Нуғай ауылында (хәҙерге Әбдерәш ауылы) эш табып, шунда эшләй башлай. Нәҙер Сафиндың әсәй яғынан олатаһы йомош менән Нуғай ауылына барып сыға һәм шунда буласаҡ кейәүе һәм тыуасаҡ ейәне Нәҙерҙең атаһы Сабрахманды күреп ҡала, ул Сабрахмандын атаһы менән таныш булған була. Нәҙер Сабрахман улы Сафиндың хәтирәләренән: "Олатайым Нотфулла Ҡазакбаев минең атайымды үҙе менән Мәхмүт ауылына алып ҡайта. Аҙаҡ үҙенең ҡыҙы Сәмиғәне Сабрахманга кейәүгә бирә. Олатайымдарҙың ғаиләһен бай, тип 1929 йылда һөргөнгә ебәргәндәр. Әсәйем батракта (атайым Сабрахман ярлы һаналған) тормошта булыуы арҡаһында һөргөндән ҡотолоп ҡалған. Беҙ ғаиләлә 6 бала үҫтек, бер бала бала-саҡта мәрхүм булған. Мин икенсе бала булып донъяға килгәнмен, Тимерғәли, мин - Нәҙер, Ғәзиз, Заман, Зәкирә (Хәлисова) бөтәбеҙ ҙә Мәхмүт ауылында төпләндек. Хәҙерге көндә Тимерғәле ағайым менән Ғәзиз ҡустым арабыҙҙа юҡ, мәрхүм булып ҡалдылар. Нәҙер Сафин Килдеғолдаға туғандары тураһында белмәй, атаһының бер туған Ҡарындашы Хәйерниса Нафиҡова Сибай ҡалаһында йәшәй (яҙмыштары тураһында белмәй). Атаһы Сабрахман Сафин 1901 йылда тыуған, 1972 йыл мәрхүм булған. Әсәһе Сәмиға 1911 йылда тыуған, 1978 йылда баҡый донъяға күскән, икәүһе лә Мәхмүт зыяратында ерләнгән. Әсәһе яғынан олатаһы Нотфулла Ҡазакбаев Себерҙә Праковичийҙа оҙаҡ йылдар һөргөндә булып, ауылға тере ҡайтҡан (ҡасан мәрхүм булыуы тураһында иҫләмәй, мәхмүт зыяратында ерләнгән). Мин тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, үҙ йүнемде үҙем күреп үҫтем. 1950 йылда атайым Сабрахман менән ауыл көтөүөн көттөк, ул йылда ҙур ҡоролоҡ булды, йылғаның һыуы һайығып, тауҙағы шишмәләр кибеп бөткәйне. 1953 йылда ла ауыл көтөүөн беҙ көттөк, ул йылы йәй миҙгеле ямғырлы булды. Ошо йылдан һуң атайым ферма мөдире булып эшләне, ферма Һарт (Әбделмәмбәт) ауылында булды. Ул дәүерҙә колхоз фермаһының йәйләү ере Уртый ауыҙында (был ер ауыл яғынан олоғор тауының урталағы үҙәк өлөшө була) булды. Һауынсыларҙан - Һарттан Нәжибә апай (Мортазин Рафиҡтың ҡатыны, мәрхүмә), Мәхмүт ауылынан Нурия Ғәзизова (хәҙерге көндә Хәлил ауылында йәшәй, Сәғитова фамилияһында, минең Ҡайынбикәм), малсыларҙан - Афзал ағай Юлмөхәмәтов, ҡарауылсылар Мөхәррәм Ҡустыбаев менән Нәғимә Таһирова. Нәғимәнең улы Ғөбәйт булған, әсәһе менән эшкә бергә эйәреп йөрөгән. Мин 1958 йылда 7-се класты тамамлап (беҙҙең дәүерҙә белем алыу шулай ине), тракторҙа прицепщик булып эшләй башланым. Шул уҡ йылды көҙ Фәйзрахман Хәйбуллин (хәҙерге мәлдә арабыҙҙа юҡ, мәрхүм) менән Учалы районы Вознесенск ауылына тракторсылар әҙерлек курсына уҡырға барып, уңышлы тамамлап, тракторсы документы алып, ауылға ҡайтып эш башланыҡ. Колхозда, һәр төрлө техника йөрөттөм, 42 йыл эшләнем. Колхоз дәүерендә эшләгән йылдарҙы баһалап ошо наградаларға лайыҡ күрелдем: 1967 йылда ВДНХ-ның бронза миҙалы 1970 йылда Лениндың 100-йыллығына арналған миҙал 1973 йылда Социалистик Республикаларҙың ауыл хужалыҡтары араһындағы ярыш еңеүсеһе 1974 йылда Коммунист хеҙмәт миҙалы 1975 йылда исемем тырыш хеҙмәтем өсөн колхоздың ҡыҙыл китабына индерелде. Үҙ тормошомдо 1965 йылда Мәхмүт ауылы ҡыҙы Һәҙийә Даян ҡыҙы Ғәзизова менән бәйләнем. Һәҙийә Мәхмүт ауылында 1948 йылдың 16 декабренда (хәҙерге мәлдә тыныслыҡ урамы 38 һанлы йортта) тыуған. Атаһы - Даян (атаһынын исемен белмәй), әсәһе - Йомабикә Әбделғәлим ҡыҙы Ғәзизовтар, уларҙың Ғаиләләрендә һигеҙ бала булған - Һәҙийә, Миҙәхәт (хәлил ауылында йәшәй), Әхмәт, Гөлбикә (хәлил ауылында Сәйфетдинов Вәхиттә тормошта), Хәлиҙә (Сибай ҡалаһында йәшәй), Фәриҙә (хәлил ауылында йәшәй), Гөлсинә (Баймаҡ ҡалаһында йәшәй). Һәҙийә менен минең 5 балабыҙ булды, Сәйҙә (1966 йылғы, Хәлил ауылында Сәлих Давлетовта тормошта), Дилә (1968 йылғы, Дәүләт ауылында Илдәр Ишбулдинда тормошта), Сулпан (1969 йылғы, магнитогорск ҡалаһында йәшәй, иптәше Мишәр ауылы Ишдәүләт Сәлихов), Азат (1971 йылғы, мәхмүттә йәшәй,тормош иптәше Фирүзә Мужавирова Тупаҡ ауылы ҡыҙы), Рәфис (1973 йылғы, мәхмүттә йәшәй, тормош иптәше Фәнүзә Вәлеева Мәхмүт ауылы ҡыҙы). Һәзийә апайҙың әсәһе Йомабикә Әбделғәлим ҡыҙы Ғәзизова 2008 йылдын 14 майында мәрхүмә булған, атаһын иҫләмәй ҡасан мәрхүм булғанын. Дауамы: 1966 йылда үҙебеҙгә айырым өй һалыу мәсьәләһе килеп тыуҙы, быны хәл итеүҙә колхоз бер аҙ ярҙам ҡулы һуҙҙы, кәрәкле техника (трактор) бирҙе. 1968 йыл өйөбөҙҙөң төҙөлөшө тамамланды, инеп йәшәй башланыҡ. Балалар ҙурая башлағас, өй бәләкәй була башланы, шуға төкөтмә бура төҙөп ҙурайтып ебәрҙек. 1974 йылда, балаларыбыҙ аҙыраҡ үҫеп, бер аҙ иркенләгәс, Һәҙийә лә фермала һауынсы булып эш башланы. Ул һауынсы булып эшләгән осоронда уның эшен юғары баһалаған бик күп маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Бынан тыш хөкүмәттең хеҙмәтте баһалаған наградаларына лайыҡ булды: 1974 йыл - Әсә хеҙмәте миҙалә (медаль "За материнский труд") 1984 йыл - "Ударник 11ой пятилетки" билдәһе 1985 йыл - "Ударник пятилетки" билдәһе 1992 йыл - "ударник коммунистического труда" билдәһе. Хәҙерге көнгә хәтлем ҡатыным Һәзийә менән шул өйөбөҙҙә икәүләп йәшәйбеҙ. 22 март 2017 йыл.

                                                                                                                    Кобра Мостафа ҡыҙы Кильдиярованын ғәйлә тарихы.

  

2.Ғәилә һәм ниғеҙ тарихы.
Мәхмүт ауылында биш урам исәпләнә, 118 йортан торған иң ҙур урам Тыныслыҡ урамы, урамдын оҙонлоғо ике саҡрым. Ауылыбыҙҙа иң оло әҙәм Тыныслыҡ урамында 57 һанлы йорта Кубра Мостафа ҡыҙы Кильдиярова Йәүзәт улы һәм Рәйсә килене менәң берғә доңъя көтөп йәшәйҙәр.
Кубра Мостафа ҡыҙы 1921 йылдын 7 октябры Мәхмүт ауылында донъяға килғән. Хәҙер Инәйғә 96 йәш. 
Әлмөхәмәт МТС- на 3 айлыҡ тракторҙар курсына барып уҡый. Уҡыуың тамамлап ауылға ҡайтып тракторҙа эшләй, Һуғыш ваҡытында . 
Бөйөҡ Ватан Һуғышы тамамланып байтаҡ ваҡыт уҙғас Тәпән ауылына Ишбулды Ҡотой улы Шагивалеевҡа тормошҡа сыға, балалары икәү, Булат 1948 йылғы ә Йәүҙәт 1953 йылғы.
Кубра Мостафа ҡыҙы Йәүзәт улы һәм Рәйсә килене менәң берғәләп татыу ғүмер итәләр.
Йәүзәт ағай хаҡлы ялда.Рәйсә енғәй өй хужабикәһе .Балалары өсәү була Ринат, Минзәлә, Заһир. Улы менән ҡыҙы үҙ доңъяларында тормош көтәләр..Бәләҡәй улдары армияла хезмәт итеп ҡайтып, Мәгнит ҡалаһында эшләп йөрөй.
Кубра Мостафа ҡыҙынын ғәиләһе.
Атаһы Мостафа. Балалары өсәү булған Әнәс, Хәсән, Кубра.
Мостафа Килдияровтын нәҫеле.
Бер туғандар: Хәмзә, Хәмитулла, Нуриман, Мостафа.
Хәмзә менән Маһикамал (Ишбулды ауылы ҡыҙы,Халисова) Килдияровтар, балалары: Ғәббәс, Гөляһан, Әҡсән, Голнур, Гөлсөм.

Хәмиттен балалары: Ситдык, Бибиямал, Нурикамал, Нуриәхмәт.

Нуримандын балалары: Булат, Рәйес,Марат.

Мостафанын балалары: Әнәс, Хәсән, Кобра.

Ғәббәс менән Зәйтүнә ( Ҡырҙас ауылы ҡыҙы.)Килдияровтар, балалары: Гөлгенә, Рөстәм, Рәсүл, Рифат, Ришат.
Гөляһан Ишҡол ауылында тормошта.
Гольнур менән Рәжәп( Мәхмүт ауылы егете, Юлдыбаев.)Уралда йәшәйҙәр.
Гөлсөм, Янгел ауылында тормошта.
Әҡсән Кильдияров Әбделмәмбәт ауылында йәшәй.

Ситдыҡ менән Зәбирә (Мәхмүт ауылы ҡыҙы, Фахрисламова, бер туғандары: Зөһрә, Нурмөхәмәт, Нуриәхмәт. Вәҙир, Маһира, Маһинур. Нурислам,) Килдияровтар, балалары: Зәйтүнә, Зәкирә, Мулйәхмәт.
Шийәхмәт,Ғафүрә, Ғәиниә, Мөхәмәт, Әсмә.
Бибиямал менән Ғәбит(Мәхмүт ауылы егете.) Илясовтарҙын балалары: Рәжәп, Рәшит, Сабит, Сөнәгәт, Сибәғәт, Зәкий, Зәкиә (Атауҙы ауылында тормошта.), Сания (Әбделмәмбәт ауылында тормошта.), Сәриә (Әбделмәмбәт ауылында тормошта.) ,Сәүиә.
Нурикамал.
Нуриәхмәт менән Зөлфирә Килдияровтарҙын балалары: Фирүзә, Фәнүзә, Алмира, Раиф, Рәмилә.Әлифә.

Булат Нуриман улы менән Рәйсә (Хәлил ауылы ҡыҙы.) Нуримановтарҙын балалары: Нур, Илдәр, Гөлдәр, Илшат, Айгөл.
Рәйес менән Клара (Хәлил ауылы ҡыҙы.) Килдияротарҙын балалары: Сулпан, Венера, Алсыу, Лилия, Зиләрә.
Марат менән Роза ( Тәпән ауылы ҡыҙы.) Нуримановтарҙын балалары: Хәйҙәр, Фәнүзә, Резеда, Ғаяз, Азат, Фирүзә.

Әнәс Мостафа улы менән Менәүрә ( Ишбулды ауылы ҡыҙы.) Килдияровтарҙын балалары: Мәхмүзә, Мәндүзә, Раил, Айһылыу, Рафил, Рәмзиә, Айғөл, Наил, Миңлеғөл.
Хәсән менән Фәйрүзә (Ишҡол ауылы ҡыҙы) Килдияровтарҙын балалары: Камил, Танһылыу, Вәсимә, Люциә, Мәүлит, Илсиә.
Кобранын балалары: Булат, Йәүзәт.

 Уларга ныклы һаулыҡ .оҙон ғүмер.именлек күнел тыныслығы.Балаларының изгелек мәрхәмәтенә ҡойоноп .Ҡәҙер хөрмәт күреп артабан да бәхетле йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Балаларығыҙга . Ауыл халҡына һәр ваҡыт бөгөнгеләй матур өлгөле Ҡәйнәле Ғәйлә булып ҡалығыҙ.

 

Әхмәдйән Әхмәтғәле улы Бахтияровтын ғәйлә тарихы.

 Ауылыбыҙҙа иң оло парлы Ғәйлә Әхмәдйән Әхмәтғәле улы Бәхтийәровтыкы.Мәхмүт ауылында 1928 йылдын 2 июнендә доньяга килгән. Тормош иптәше Зәйнәп Шәһиғәлләм ҡыҙы 1932 йылдын декабрьнда Әбделмәмбәт ауылында доньяга килә. 1954 йылдын июнь айында өйләнешеп донья ҡороп ебәрәләр. Бына инде 62 йыл бергә иңгә - иң терәп татыу матур тормош ҡороп донья көтәләр.Алты балаһын Самат . Асия . Әхәт . Ғиззәт . Зөльфиә . Ирек үҫтереп оло тормош юлына сыгаралар матур тәрбиә биреп. Уларға ныҡлы һаулыҡ . оҙон ғүмер . именлек . күңел тыныслыгы . балаларының изгелек мәрхәмәтенә ҡойоноп , ҡәҙер хөрмәт күреп артабан да бәхетле йәшәүзәрен теләйбеҙ . Балаларығыҙга - Тугандарығыҙга һәр ваҡыт бөгөнгеләй матур өлгөлө пар булып ҡалыгыҙ.

 

                                                                                                                                                      Рәйсә Кәдир ҡыҙы Сафинанын ғәйлә тарихы.

 

Әбйәлил районының Мәхмүт ауылы биш урамдан тора.
15 йортан торған бәләҡәй урам: Зәки Вәлиди урамы, 10 = сы һанлы йорта 55 йыл йәшәғән ғәилә Рәйсә Кәдир ҡыҙы Сафина ( Хидиятова.) улы Ыласын Нурғәле ( Тимерғәле) улы менән берғә йәшәй.
Рәйсә Кәдир ҡыҙы Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында 1940 йылдын 6 майында тыуған.
Атаһы Кәдир Хидиәт улы, әсәһе Хәкирә Хисаметдин ҡыҙы Хидиятовтар.
Уларҙың ғәиләләрендә дүрт балалары булған: Раил = 1935 йылғы, Иштимер = 1937 йылғы, Рафайел = 1938 йылғы, Рәйсә = 1940 йылғы.
1962= се йылдын 12= се октябрында тормошон Мәхмүт ауылы егете Нурғәле Сабрахман улы менән бәйләй.
Нурғәле Сабрахман улы Сафин Мәхмүт ауылында 1936 йылда тыуған.
Атаһы Сабрахман Бөрйән районынын Килдеғол ауылында тыуған.
Әсәһе Сәмиғә Нотфулла ҡыҙы Казакбаева Мәхмүт ауылында тыуған.
Уларҙың балалары: Нурғәле, Нәҙер, Ғәзиз, Заман,Зәкирә.
Нурғәле Сабрахман улы ауыл фермаһында малсылыҡ өлкәһендә көтөүсе булып эшләп хаҡлы ялға сыға.
Рәйсә Кәдир ҡыҙы фермала һауынсы булып эшләп хаҡлы ялға сыға.
Балалары өсәү: Ыласын 1964 йылғы, Урал 1967 йылғы, Морат 1969 йылғы. Урал менән Морат үҙҙаллы ғәиләләре менән доңъя көтәләр. Ыласын Әсәһе менән йәшәй.
Нурғәле Сабрахман улы Рәйсә Кадир ҡыҙы менән 47 йыл ғүмер итеп 2009 йыл баҡый дөңъяға күскән.

Рәйсә Кадир ҡыҙы Сафинанаң һорап яҙылды.

 

          Бибиямал Хамитулла ҡыҙы Ильясованын ғәйлә тарихы.

70-се яҙ! 70-се аяҙ, тыныс яҙ! “Эх...” - тип уфтанып ҡуйҙы, тәҙрәнән күҙҙәрен баҡсалағы алмағасҡа төбәп, тәрән уйҙарға батҡан, өләсәйем. Яҙ һулышын тойоп бына - бына япраҡ ярып, сәскә атырға ултырған алмағас, өләсәйҙең әрнеүен ишеткәндәй, талғын ғына иҫкән елгә елберләп куйҙы. “Был алмағасты, ҡыҙым, олатайың тере сағында үҙе ултыртҡайны! Емешенән балалары, ейән - ейәнсәрҙәре, бүлә – бүләсәләре ауыҙ итте, тик үҙе генә күрмәне шул был көндәрҙе...” – тип башланы һүҙен өләсәйем Бибиямал Хәмитулла ҡыҙы Ильясова.
Олатайыбыҙ Ильясов Ғәбит Аһылғужа улы 1924 йылдың 3 июлендә Мәхмүт ауылында донъяға килә. 6 йыллыҡ белем ала. Аслыҡ йылдарында тиҫтерҙәре менән башаҡ урып,бесән сабып, төрлө эштә йөрөйҙәр. 1940-сы йылдың 14-се декабрендә үҙ ауылы һылыуы, Бибиямал менән ғаилә ҡороп, йәшәй башлайҙар. Күптә үтмәй, Бөйөк Ватан Һуғышы башланып китә. Яңы 18-ҙе тулған егетте 1942-се йылдың октябрендә әрме хеҙмәтенә саҡырталар. Шулай итеп фронтҡа эләгә Ғәбит Аһығужа улы. 1943 йылдың 1 майында улы Рәжәп донъяға килә. Дәһшәтле һуғыш барған ерҙән, меңәр саҡрыдар алыҫлығында, көньсығышта, Тымыҡ диңгеҙ сиген һаҡлай. Һуғыш ваҡытында 355-се диңгеҙ пехотаһының айырым батальонында, уҡсылар отделениеһының командиры булып хеҙмәт итә. Үҙ батальоны менән 1945 йылда Япония менән һуғышта ҡатнаша һәм “Японияны еңгән өсөн” тигән миҙал менән наградлана. 45-се йыл һуғыш тамамланғас, 2 йыл әрмеһен тултырып, орден - миҙалдар тағып 1947 –се йылдың майында ғына һуғыштан ҡайтып төшә. Өйҙә уны 4 йәшлек улы Рәжәп ҡаршы ала.
Һуғыштан һуң 1948-се йылда колхозға тракторист булып эшкә төшә һәм ғүмеренең ахырына тиклем хеҙмәтенә тоғро булып ҡала. Күп тапҡырҙар ауыл советы депутаты итеп һайлана. Ҡатыны Бибиямал менән береһенән – береһе уңған, тырыш 10 балаға: 6 малай һәм 4 ҡыҙға ғүмер бирәләр. Баҫалҡы холҡо, итәғәтлелеге, ярҙамсыллығы өсөн барыһы ла уны хөрмәт итәләр.Ҡаты үпкә ауырыуына ней бары 49 йәшендә донъя ҡуя, иптәшен 10 бала менән яңғыҙ ҡалдырып.
Бибиямал Хәмитулла ҡыҙы бар балаларын да, яҡшы тәрбиә биреп, аяҡҡа баҫтыра. Илгә һөйөү, кешеләргә алсаҡ итәғәтлелек тәрбиәләй уларҙа. Төрлө һынауҙар аша үтеп, барыһын да башлы - күҙле итә.
Аллаға шөкөр, өләсәйебеҙ быйыл 92 йәшен тултыра. Әлеге көндә Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны, герой – әсә тигән исемдәрҙе лайыклы йөрөтә. 32 ейән –ейәнсәре, 31 бүлә – бүләсәһе бар. Хөрмәт итеп, ихтирамлап торалар бар ерҙә. Өләсәйебеҙҙең һуғыш ваҡыты, аслыҡ йылдары тураһында һөйләгәндәрен тыңлап, уның сабырлығына, сыҙамлылығына һоҡланырға ғына ҡала. Кәңәшсе лә ул, серҙәштә, бар яҡлап ярҙам итеп тора барыһына ла. Әле лә бына 70 йыллыҡҡа миҙал алып, ҡыуанып, өгөт – нәсихәттәрен әйтеп ултыра. Ятһа ла, торһа ла һәр ваҡыт хоҙайҙан йорт – илгә тыныслыҡ, аяҙ күк йөҙө һорай өләсәй. 70 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан бер тыуған ағаһынан, бик куп ауылдаштарынан айырған һуғыш яралары тынғы бирмәй уға. 
Уйлап ҡараһаң, 70 йыл – уртаса бер кешенең ғүмере. Нейҙәр генә ҡылмай, нейҙәр генә күрмәй ете тиҫтә эсендә әҙәм балаһы. Олатай ултыртҡан алмағастай, яңы япраҡ ярып, сәскә ата торған ғүмерҙәрен утҡа ташлап, фашизимға “нөктә” ҡуйыр өсөн яу яланында мәңгелеккә ятып ҡалған һалдаттарҙы; Гитлерҙың пландарын селпәрәмә килтереп, еңеү яулап, беҙгә тыныс тормош бүләк иткән, ветерандарҙы, 9-сы май байрамында ғына түгел, һәр ваҡыт иҫтә тотһаҡ ине!!!
Автор.Зәлиә Ильясова.




Вход на сайт

Поиск

Календарь

«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930

Наш опрос

Оцените мой сайт
Всего ответов: 19

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0