Мәхмүт ауылы сайты(сайт деревни Махмутово)

Понедельник, 29.04.2024, 10:53

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | Ауылыбыҙҙа аралар, шәжәрә, туғанлыҡ | Регистрация | Вход

Ауылыбыҙҙа аралар, шәжәрә, туғанлыҡ
Ауылыбыҙҙа йәшәүсе халыҡ өс аранан тора - Бажандар араһы, Иместәр араһы, Тәүкәйҙәр араһы. 
Күршебеҙ Әбделмәмбәт ауылында ике ара бар, араға инмәғәндәр Мәхмүт ауылынан күсеп килгән кешеләр. Ҡыҙыл йылғаһы аша күршебеҙ Тәпән ауылында иһә 6 ара бар.
Риүәйәткә күрә борон-борон заманда бер әбей менән бер бабай йәшәгән, ти. Уларҙың өс улдары булған, исемдәре: Бажан, Имес, Тәүкәй.
Улдары тиҙ арала үҫеп ир ҡорона ингәндәр, матур ҡыҙҙар менән өйләнешкәндәр, ти. Уларҙың да ейән-ейәнсәрҙәре донъяға килгән, бүлә-бүләсәләре булып Бажан, Имес һәм Тәүкәйҙең тоҡомдары ишәйгәндән ишәйгәндәр, ти.
Шулай итеп былар тыныс ҡына донъя көтөп ятҡанда илгә ҡара яу килгән. Ир-егеттәр ил һаҡлап һуғышҡа киткәндәр, ғәскәрҙәрҙе исемлеккә теркәй башлағандар, ти. Тик Бажан, Имес, Тәүкәйҙән тыуған ир-егеттәрҙең исемдәре бик оҙон икән, ул дәүерҙә башҡорттоң исеме атаһының һәм олатаһының, йәғни ете быуын шәжәрәһенең исеме менән бергә әйтелгән, ти.
Батша яуғирҙарға сығып телмәр әйткән, ти: Атайҙарығыҙҙың исеме менән үҙегеҙҙең исемегеҙҙе генә яҙҙырығыҙ, тип указ биргән, ти. Ана шул ваҡыттан бире башҡортта хәҙерге фамилиялар барлыҡҡа килгән, ти.
Башҡорттар элек-электән атай-әсәй яғынан ете быуынға тиклем үҙ шәжәрәһен белергә тейеш булған.
Башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәренә һәм ҡанундарына күрә, кейәүгә сығыу, өйләнешеү йәшенә еткән егет менән ҡыҙға шәжәрәләрендә ете быуын айырылғас ҡына өйләнергә рөхсәт ителгән. 
Шуға күрә, ҡәҙерле төркөмдәштәр, үҙегеҙҙең ете быуынға тиклем шәжәрәгеҙҙе ғаиләгеҙҙәге ололарҙан һорашып, ете быуынға хәтлем өйрәнергә тырышығыҙ, кемегеҙ кем менән туған икәнлеген белеп, балаларығыҙға еткереп, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе ихтирам итеп йәшәгеҙ.

Вход на сайт

Поиск

Календарь

«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930

Наш опрос

Оцените мой сайт
Всего ответов: 19

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0