Мәхмүт ауылы сайты(сайт деревни Махмутово)

Понедельник, 29.04.2024, 07:30

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | Айытбаевтар. | Регистрация | Вход

                                                                                                             Айытбаевтар нәҫеле.

 

 

                                                                                        Ҡәҙерле дуҫтар!
Был рәсемдәге ике йәш кеше, минең апам, атайымдың бер туған иң оло ағаһы Зиннур Әбделхәлим улы Айытбаев һәм Мәрфуға исемле бер башҡорт ҡыҙы.
Зиннур апам (беҙҙең яҡта шулай тиҙәр), 1937 йылда Әбйәлил районы Мәхмүт ауылында тыуған (тыуған айын, көнөн белмәйем). 
Йөк машинаһында шофер булып эшләгән (колхозда эшләгәндә һөт ташыған), бер ни тиклем Әбйәлил районы Киров колхозында (элекке исеме "Ударник" булырға тейеш) эшләгәндән һуң Ҡаҙағстан яғына эшләргә сығып киткән.
1974 йылдың 5 декабрь көнөндә, сатлама һыуыҡта бер күперҙе үтеп барғанда ҡазаға осрай, машинаһы күперҙән ҡолап төшә һәм Зиннур апам үлеп ҡала.
Целиноград ҡалаһында (хәҙерге Ҡаҙағстандың башҡалаһы Астанала) ерләнгән, атайымдың ғаиләһенән тик уртансы апам Ғәли Айытбаев ҡына (Ишбулды ауылында йәшәне, үкенескә ҡаршы, ул да бер нисә йыл элек мәрхүм булып ҡалды) Ҡаҙағстанға барып, Зиннур апамдың ҡәберен күргән, доға ҡылған, башҡа берәү ҙә барып күрмәгән, берәү ҙә ҡайҙа ерләнгәнен яҡшылап белмәй тиерлек.
Мин Ғәли апам һау саҡта Зиннур апам тураһында һорашып ултырғайным, аҙаҡ ошо рәсемде үҙем менән алып киттем. Бәлки берәй көн Ҡаҙағстанға барып, апамдың ҡәберен зыярат итермен, тип...
Ғәли апам һөйләүенсә, һүрәттәге ҡыҙ менән Зиннур апам өйләнергә теләгәндәр, тик өләсәйем ҡаршы булған.
Өләсәйемдең рухын рәнйетһәм дә, был яҙмамды уҡыясаҡ буласаҡ ҡәйнәләр ундай хатаны ҡабатламауы өсөн, риза булмауының сәбәбен яҙам инде, ҡыҙҙың буйы ыҡсым, бәләкәй булғанлыҡтан өләсәйем ризалыҡ бирмәгән, нәҫелебеҙҙе ваҡлар тип ҡаршы сыҡҡан. (Атайымдың яғы буйға оҙон, 1.80-2 метр олатай-өләсәйҙәр, апа-инәйзәр...) Мәрхүм Зиннур апам да әсәһенә рәнйеп, сит яҡтарға сығып киткән. 
Ғәли апам менән һөйләшкәндә, был ҡыҙҙың исеме Мәрфуға ине (фотола икеһе лә 18-20 йәштәрҙә, тип иҫәпкә алғанда, 1957-се йыл булырга тейеш), Ейәнсура йәки Йылайыр районы ҡыҙы ине, тигәйне.
Хәҙерге вакытта һау - сәләмәт булһа, Мәрфуға инәй 80 йәштәрендә булырға тейеш.
Ғәли апамдың фаразына күрә (берәү ҙә яҡшылап белмәй), Зиннур апам менән Мәрфуға инәй үҙ-ара йәрәшкәндәр (һүҙ, йөҙөк таҡҡандар) һәм беҙҙең ошо Мәрфуға инәйҙән тыуған туғаныбыҙ (туғандарыбыҙ) булырға тейеш.
Был бер ихтимал ғына, әгәр ысынлап та, был ихтимал дөрөҫләнә ҡалһа, Зиннур апамдан ҡалған тоҡомобоҙҙо таба алыр инек.
Яңлыш хәбәр булһа инде, Мәрфуға инәйҙең яҙмышы тураһында, ҡайҙа, нисек йәшәй йәки йәшәгәнлеген белергә теләр инем.
Рәсемдәге был инәйҙе таныусы булһа, миңә яҙығыҙ, зинһар. 
Зиннур апамды бер тапҡыр ҙа күрергә насип булманы миңә һәм минән кесе туғандарыма, тик әсәйем һәм башҡа туғандар бик изге күңелле, алсаҡ кеше ине тип хэтерлэй, төҫкә-башҡа матур, оҙон буйлы, күк күҙле ир кеше булған.
Зиннур апам йәки Мәрфуға инәй тураһында берәй хәбәр мине һәм туғандарымды ҡыуандырыр ине. 
Алдан рәхмәтемде белдерәм. Фаридә Айытбаева.

Вход на сайт

Поиск

Календарь

«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930

Наш опрос

Оцените мой сайт
Всего ответов: 19

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0