Ауылым күк Ирәндек тауҙарының көньяҡ-көнсығыш битләүендәге тауҙар араһында сылтырап аҡҡан, тештәреңде ҡамаштырырлыҡ һалҡын, көмөш һыулы Игетимер исемле йылғаны һыулап ята.
Хөрмәтле төркөмдәштәр!
Мәхмүт ауылым сайтында - http://machmut1.ucoz.net/ һәм дә http://vk.com/club100091366 Мәхмүт ауылым (деревня Махмутово) төркөмөндә, Мишәр ауылы өсөн бүлектәр бар.
Мәхмүт ауылынан 9 саҡрым алыҫлыҡта ,7 йорттан торған Мишәр икенсе исеме Ҡалмаҡ тигән бәләкәй ауыл барлығын күптәр белмәйҙер!
Мишәр- Ҡалмаҡ ауылында тыуған, йәшәй, йәшәп киткән, кемдәрҙендер олатайҙары йә оләсәйҙәре, атайҙары йә әсәйҙәре, Мишәр ауылында тыуып үҫкән рәхим итһендәр https://vk.com/topic-100091366_34849784 ошонда.
Йәйге йәмле айҙа күптәр ҡырға сығып ял итә, фотоһүрәт төшә. Һәр кем ғаиләһендәге, аүылындағы йә ҡалаһындағы ҡыҙыҡлы , йә булмаһа ниндәйҙер ғибрәтле фотоларын "ҡуя" ала. Ниндәйҙер хозур тәбиғәт күрҙегеҙме, ҡайҙалыр сәйәхәткә барҙығыҙмы, бәлки, һеҙҙе нимәлер борсойҙор - фотоға төшөрөгөҙ ҙә, төркөмгә һалығыҙ. Фотоһүрәттәрегеҙ яҡшы сифатлы булһын һәм уларҙы өс һөйләм менән генә һүрәтләргә лә онотмағыҙ.
Мәхмүт ауылым сайтының һәм дә төркөмөнөң Администраторы НАСЫРЬЯНОВ.26.01.2018 г.
Ҡалмаҡ - Мишәр ауылы https://vk.com/topic-100091366_34849784
Хөрмәтле төркөмдәштәр!
Элек гөрләп торған ауылда 7 йорт ҡына ҡалған, ваҡытында мәктәп, магазин булды.Һуңғы класс беҙҙен ауылға өсөнсө класка уҡырға килделәр, минең класташтар.
Хәҙерле көндә йәшәгән ғәиләләр:
1)Хасанова Ҡанита Шагаргазиевна
2)Биккулов Мазгар Бикьянович
3)Юсуповы Шафкат и Ляйсан
4)Юсуповы Зульхиза и Фатих
5)Ишбулатовы Мират и Гульсира
6)Кагармановы Нуретдин и Зульфия. Их сын Талгат
7)Юсуповы Фарит и Савия(Сибайҙан ғаиләһе менән күсеп ҡайтҡан тыуған ауылына.)