Мәхмүт ауылы сайты(сайт деревни Махмутово)

Воскресенье, 28.04.2024, 23:48

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | Ауылыбыҙҙың таланттары | Регистрация | Вход

Йыр, бейеү, музыка ҡоралдарында уйнаусыларыбыҙ.

16 март ярыш булғанын яҙып үткәйнек , ярыш һөҙөмтәһенә тулыраҡ мәғлүмәт биреп үтәйек .
Байтаҡ Мәғлүмәт халиловская сельская библиотеканан алынды.
16 март көнө ,Экология йылына бағышлап ,Район үҙәк китапханаһы иғлан иткән"Йәшел поезд " район конкурсы сиктәрендә,
Хәлил ауыл китапханаһы ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында КВН үткәрҙе. Квн-да Хәлил ауылынан"Миҙгелдәр","Тәбиғәт дуҫтары","Ҡыҙыл раузалар","Йәншишмә",Мәхмүт ауылынан"Алмаҡайҙар" командаһы ҡатнашты.КВн-ды ойоштороусылар халыҡтың иғтибарын "экология " темаһына Йүнәлтеүҙе маҡсат итеп алды .Уйынсыларҙы баһаларға жюри ағзалары итеп, район үҙәк китапханаһынан килгән ҡунаҡтар- Әхиәрова А.А.,Мәһәҙиева В.Р.,Үтәғолова Ф.И. һайланды. Ярыш визитканан башланып китте: Һәр команда үҙен исем,йыр,девизы,эмблемаһы менән таныштырҙы.Командалар был һынауға етди әҙерләнгән,бар командалар ҙа девиздан тыш,үҙҙәре менән тулыраҡ таныштырыу өсөн шиғырҙар ҙа әҙерләгән ине.Кемдәрҙер шиғырҙы китаптарҙан алһа ҡайһы командалар үҙҙәре ижад иткән..
Визитка һынауында уҡ ижади,фантазияға бай уйынсылар командаларҙа тупланған икәнен иҫбат иттеләр..
Артабан уйынсылар "крокодил исемле"уйында,пантомима(ым-ишара) ярҙамында төрлө һүҙҙәрҙе тамашасыларға күрһәттеләр.тамашасылар ,уларҙың оҫталығын билдәләнеләр.Экологияға,тәбиғәткә ҡағылышлы темаға өс һорау һәм сценка командаларғаөйгә эшкә бирелгән ине.Өйгә эште командалар "бишлегә"атҡарып сыҡтылар:" Миҙгелдәр" 1984 йылда донъя күргән "Алтын күгәрсен"һ.б. кинопремиялар лауреаты исемен яулаған Федуловтың"Фильм про корову" или " Совсем не про это" экологик проблемаларҙы сағылдырыусы йәнһүрәтте сәхнәләштерһә,башҡа командалар тормошта булған ысынбарлыҡты сағылдырып,тамашасыларҙы уйланырға мәжбүр иттте,
.Залда ултырған балаларға ла тәбиғәт тураһында йомаҡтар сисеп,сәхнәгә сығып,бхека -асана(тәлмәрйен),вришчика-асана(скорпион) )һ.б йогала ҡулланған һындарын,позаларын һынландырырға мөмкинлек булды.
Ә инде алып барыусы һәм командалар үҙҙәре әҙерләгән ҡыҙыҡлы һорауҙар командаларҙың эрудицияһын,тапҡырлыҡтарын асырға ярҙам итте.
Тамашасылар күңеленә командалар башҡарған "Өйрәк бәпкәләре ","аҡҡош күле",һ.б. бейеүҙәре лә хуш килде.
"Тәбиғәт дуҫтары"гран-при, Хәлил ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы командаһы"Рауза"лар " 1-се урын" ,Йәншишмә"командаһы 2-се урын өсөнсө урынды Мәхмүт ауылы ҡатын- ҡыҙҙар советы командаһы Алмаҡайҙар" һәм Хәлил ауылынан "Миҙгелдәр командаһы бүлеште .
Ишбулды ауылы менән Әбделмәмбәт ауылынан командалар булмаған , Әбделмәмбәт ауылдары концерт ҡуйып баралмай ҡалғандар .
Мәхмүт ауылы командаһының исеме " Алмаҡайҙар "- командала 6 кеше ҡатнашҡан ,бына улар:
Ушанова Сәғидә ,Тайсина Рәйсә , Искужина Луиза , Сәйфуллина Зөбәйлә ,Кильдиярова Дамира , Сафина Фәнүзә .
Беҙҙен командаға өсөнсө урынды алғанға грамота һәм командала ҡатнашҡандарҙын һәр береһенә " Актив ҡатнашҡан өсөн "- грамоталары менән бүләкләнәләр.
Ауылдаштар Мәхмүт ауылынын данын яҡлаусыларға рәхмәт әйтеп ҡотлайыҡ. Уларға һаулыҡ , ғәилә бәхете , шәхси тормоштарында уңышлыҡтар теләйек .
Афарин ауыл Ҡатындары !

Вход на сайт

Поиск

Календарь

«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930

Наш опрос

Оцените мой сайт
Всего ответов: 19

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0