Мәхмүт ауылы сайты(сайт деревни Махмутово)

Воскресенье, 05.05.2024, 17:36

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | | Регистрация | Вход

Главная » 2017 » Март » 2 » Ауылым тарихы.
14:53
Ауылым тарихы.

Мәхмүт - Өмөтбай
Хәҙерге Баймаҡ районы Өмөтбай ауылына күсеп китеүсе Мәхмүт ауылы кешеләре тураһында ла яҙып үтәбеҙ.
Баймаҡ районының төнъяғында урынлашҡан Ҡарағай-Ҡыпсаҡ волосына ҡараған ауылдар 19-сы быуаттың беренсе яртыһында 6-сы кантондың 13-14 һанлы йортона ингәндәр.
1813-сө йылда Һаҡмар йылғаһына ҡойған Бүрелетамаҡ йылғаһы буйында хәҙерге Әбйәлил районы Мәхмүт ауылынан күсеп килгән 19 ғаилә урыҫ хуторы ерендә Өмөтбай (Кирәй) ауылына нигеҙ һала.
Был ауылға Хәлил ауылынан (хәҙерге Әбйәлил районы) Ҡанбулат Собханғолов һәм уның туғандары ясауыл Сыңғыҙ һәм (1814 йылда Наполеонға ҡаршы һуғышта вафат булған) Ҡускилде күсеп килгәндәр.
Таһир ауылынан Ҡусшитәр Күсәров күсеп килгән.
Өмөтбай ауылы Әбйәлил районы Мәхмүт ауылынан күсеп килгән, Мәхмүт старшинаһы Ахай Ишбулдиндың командаһынан отставкаға сыҡҡан йөҙбашы (сотник) Өмөтбай Тәнекәйевтың (1740 йылғы) исеме менән аталған. Йөҙбашы Өмөтбайҙың Ҡотлогилде, Әбделмәзит, Лоҡманхәким исемле улдары булған. Исмәғил Арсланғолов, Бикбай, Бикташ, Бикҡол, Шәриф Суриндар. Муллаәхмәт Әбүбәкеров, Йуныс Йәнбәков, Ниғмәтулла Әбүбәкеров, Ҡунаҡбай Мөхәмәтова, Муллабай, Кинйәбай, Кинйәғол Ибраһимовтар улар менән бергә ауылға нигеҙ һалыусыларҙан.
Өмөтбай Тәнекәев Бүрелетамаҡ йылгаһының Һаҡмар йылғаһына ҡойған урында,1813 йылда ауылды ҡайтанан тергеҙә, тип әйтелә 1816 йылғы рәвизия мәғлүмәттәрендә. (Айҙар Мәжитов, тарихсы, Өмөтбай ауылы).
Өмөтбай ауылының төнъяғындараҡ 18-се быуатта уҡ Өмөтбай Тәникәйевтың атаһының ауылы булған, ул ауылдың исеме Тәникәй тип аталған, аҙағыраҡ был ауыл юҡҡа сыҡҡан.
Өмөтбай ауылы ир-егеттәре 1812 йыл Ватан Һуғышында ҡатнашалар. Рәсәй империяһының иреклеге өсөн Хәсән Мулламөхәмәтов һәм Кинйәбай Муллабаевтар батырҙарса һәләк була. Ейәнғол Сурағолов, Мөхәмәтрәхим Муллағолов, Иҫәнғол Бикҡолов - хәрби батырлыҡ миҙалдары яулап, тыуған ауылдарына тере әйләнеп ҡайталар.
1816 йылында Өмөтбай ауылында - 147 кеше, 1834 й.- 200, 1859 й. - 250, 1885 й. - 208, 1920 йылда - 621 кеше  йәшәгән.Өмөтбай ауылының бер өлөшө (40 йорт) йәйгеһен йәйләүгә сыҡҡан, ҡалған өлөшө (25 йорт) ҡышлыҡта ҡалған.
http://lektsii.org/5-56375.html
Источники изучения тарханства жалованного башкирам Русскими Государями. В.В. Вильяминов-Зернов.
http://e-heritage.ru/ras/view/publication/general.html?id=46985012

Просмотров: 293 | Добавил: bikbaj2017 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar

Вход на сайт

Поиск

Календарь

«  Март 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031

Наш опрос

Оцените мой сайт
Всего ответов: 19

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0