Мәхмүт ауылы сайты(сайт деревни Махмутово)

Воскресенье, 05.05.2024, 13:45

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | | Регистрация | Вход

Главная » 2017 » Март » 9 » Ҡотлайым .
17:25
Ҡотлайым .

Ҡәҙерле һәм һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар!Ысын йөрәктән һеҙҙе иң матур яҙғы байрам – Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайбыҙ !
Ошо яҡты, ҡыуаныслы мәлдә беҙ – ир-егеттәр – ғаилә усағын һәм именлеген һаҡлаған әсәй-өләсәйҙәргә, тормош юлдаштарыбыҙға, апай-һеңлеләргә, ҡыҙҙарыбыҙға, ғөмүмән, бар гүзәл зат вәкилдәренә сикһеҙ мөхәббәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Һеҙҙең күбегеҙ оло һөйөү менән балаларын тәрбиәләп, мең мәшәҡәттән торған йорт эштәрен башҡарағыҙ .
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Аллы-гөллө сәскәләр, матур маҡтау һүҙҙәре, иң ҡиммәтле бүләктәр менән дә һеҙҙең күңел йылығыҙ өсөн рәхмәт әйтеп бөтөрлөк түгел. Шуға күрә көслө зат вәкилдәре һеҙҙе ихтирам итергә, терәк-таяныс, ышаныслы тормош юлдашы, тоғро дуҫтар һәм иғтибарлы  булырға тейеш.
Ысын күңелдән һеҙгә һаулыҡ, мәңгелек йәшлек, әсә бәхете, ғаилә ҡыуаныстары, тыныслыҡ, именлек теләйбеҙ ! Был көн барығыҙ өсөн ҡыуаныс-яҡтылыҡҡа төрөнөүен, бүләк ителгән сәскә гөлләмәләре һәм йылмайыуҙар бар ғүмерегеҙҙе иғтибар һәм хәстәрлек йылыһына сорнауын теләйбеҙ . Бәхетле булығыҙ, яратып, яратылып йәшәгеҙ һөйөклө Ҡатын - ҡыҙҙар !

Просмотров: 308 | Добавил: bikbaj2017 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar

Вход на сайт

Поиск

Календарь

«  Март 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031

Наш опрос

Оцените мой сайт
Всего ответов: 19

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0