Воскресенье, 06.07.2025, 19:27
Главная » Фотоальбом » Мои фотографии » Мәхмүт ауылы Мәсете .
Мәхмүт ауылы Мәсете .
Үҙгәртеп ҡороу дәүере башланғас та, Башҡортостандың төрлө райондарында һәм ауылдарында мәсеттәр төҙөү башлатыла.
1995 йылда беҙҙең ауылда ла мәсет төҙөргә ҡарар бирелә. Ауыл халҡы мәсет бураһы өсөн Хәмит һәм Буранғол урман хужалығынан ағас ташый, дәррәү генә мәсет бураһын бурап ултыртып та ҡуялар. Ул дәүерҙәге ауылыбыҙ бригадиры Дамир Хәкимйән улы Таһиров етәкселегендәге Мәхмүт бригадаһы төҙөүселәре һәм трактористары эштән тыш буш ваҡыттарын йәлләмәйенсә, мәсет төҙөлөшө өсөн кәрәкле ағас һәм таш ташып ҙур эште тиҙ арала атҡарып сығалар. Шулай итеп бик күптәрҙең тырышлығы менән 1996 йылда матур итеп мәсет бинаһын төҙөп тә ҡуялар. Мәхмүт ауылы мәсетенең беренсе имам хатибы итеп Ситдык Хәмитулла улы Кильдийәров (тыуған йылы 1914 й.) тәғәйенләнә. Мәсетебеҙҙең беренсе мөәззине (мәзине) Хәмитйән Рамаҙан улы Нарынбаев (тыуған йылы 23.02.1928 й.) була. Киләсәктә лә мәсетебеҙ ауылға иман нуры таратып, ауылды йәмләп ултырһын.
|
Меню сайтаКатегории раздела
ПоискНаш опросСтатистикаОнлайн всего: 1 Гостей: 1 Пользователей: 0 |