![](http://machmut1.ucoz.net/image.jpg)
Ҡәҙерле һәм һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар!Ысын йөрәктән һеҙҙе иң матур яҙғы байрам – Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайбыҙ !
Ошо яҡты, ҡыуаныслы мәлдә беҙ – ир-егеттәр – ғаилә усағын һәм именлеген һаҡлаған әсәй-өләсәйҙәргә, тормош юлдаштарыбыҙға, апай-һеңлеләргә, ҡыҙҙарыбыҙға, ғөмүмән, бар гүзәл зат вәкилдәренә сикһеҙ мөхәббәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Һеҙҙең күбегеҙ оло һөйөү менән балаларын тәрбиәләп, мең мәшәҡәттән торған йорт эштәрен башҡарағыҙ .
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Аллы-гөллө сәскәләр, матур маҡтау һүҙҙәре, иң ҡиммәтле бүләктәр менән дә һеҙҙең күңел йылығыҙ өсөн рәхмәт әйтеп бөтөрлөк түгел. Шуға күрә көслө зат вәкилдәре һеҙҙе ихтирам итергә, терәк-таяныс, ышаныслы тормош юлдашы, тоғро дуҫтар һәм иғтибарлы булырға тейеш.
Ысын күңелдән һеҙгә һаулыҡ, мәңгелек йәшлек, әсә бәхете, ғаилә ҡыуаныстары, тыныслыҡ, именлек теләйбеҙ ! Был көн барығыҙ өсөн ҡыуаныс-яҡтылыҡҡа төрөнөүен, бүләк ителгән сәскә гөлләмәләре һәм йылмайыуҙар бар ғүмерегеҙҙе иғтибар һәм хәстәрлек йылыһына сорнауын теләйбеҙ . Бәхетле булығыҙ, яратып, яратылып йәшәгеҙ һөйөклө Ҡатын - ҡыҙҙар !
|