Главная » 2018 » Январь » 22 » Мәхмүт ауылым.
|
Мәхмүт тарихы.
Олоғор тауының көнсығыш битләүендә, өс йылға - Оло ҡыҙыл, Игетимер һәм Ҡарасай йылғаларының уртаһында тыуған ауылыбыҙ Мәхмүт урынлашҡан. Ауылыбыҙҙың көңъяҡ өлөшөндә, Асҡар - Хәлил трассаһы аръяғынан Әбделмәмбәт, ә төңъяҡ -көнсығыш өлөшөндә Игетимер менән Оло ҡыҙыл йылғалары аръяғында Тәпән, ауылдары урынлашҡан.
Динебеҙ - Ислам.
Милләтебеҙ - Башҡорт.
Ырыуыбыҙ - Ҡыпсаҡ.
Ырыу айырмаһы - Ҡарағай-Ҡыпсаҡ.
Ораныбыҙ - Тоҡсаба.
Ағасыбыҙ - Ҡарағай.
Тамғабыҙ - Даға.
Ауылыбыҙ - Мәхмүт.
Документҡа 1786 йыл теркәлгән.
Мәхмүт ауылынын килеп сығыу тураһында документаль тарихи мәғлүмәт әлегә табылманы.
Ауылыбыҙҙа биш урам:
1. Тыныслыҡ урамы, оҙонлого 2 саҡрым.
2. Дуҫлыҡ урамы, оҙонлого 1,5 саҡрым.
3. Йәштәр урамы.
4. Зәкм Вәлиди урамы.
5. Мәктәп урамы.
|
Просмотров: 344 |
Добавил: bikbaj2017
| Рейтинг: 0.0/0 |
|
Меню сайта
Наш опрос
Статистика
Онлайн всего: 1 Гостей: 1 Пользователей: 0
|