Беҙ - Ҡарағай-Ҡыпсаҡтар
Әбйәлил районында ялан ҡарағай-ҡыпсаҡтар алты ауылда донъя көтә: Ишбулды, Ҡалмаҡ, Мәхмүт, Хөсәйен, Хәлил, Әбделмәмбәт.
Һуғышта был ауылдар яугирҙары 13-се һәм 14-се башҡорт алайҙары составында хеҙмәт иткән.
Ишбулды ауылынан яуға Ҡәлимғужа Ҡылысов, Мырҙабулат Әлмөхәмәтов;
Мәхмүттән (Ҡусҡар) – Ишбулды Ҡусҡаров (1806 –1807 йылдарҙағы хәрби кампанияла ҡатнаша, 1839 йылда иҫән була) Алтынсура Кинйәбаев менән бергә Польша һәм Пруссияла рус ғәскәрҙәре менән бергә Наполеонға ҡаршы һуғышта ҡатнашалар.
14-се башҡорт полкы ғәскәрҙәре Ырыҫбай Теләүлин, Алтынсура Илбулов, Иҫәнғол Әмиров, Буранғол Бәхтийәров, Ҡаҙаҡбай Ишкилдин, Мырҙабай Дәүләтбаев, Мөхәмәтшәриф Иҫәкәев, Абдулғариф Йәньюлдашев хәрби батырлыҡтары өсөн миҙалдарға лайыҡ булғандар;
Әбделмәмбәттән (Һарт, Әлеш) – 1806 – 1807 йылдағы һуғыштарҙа Йәрмөхәмәт Ишкинин менән Әбделмәжит Юлымбәтов ҡатнаша һәм 1839 йылда иҫән-һау була. 1812 – 1814 йылдарҙағы һуғыштарҙа ошо ауылдан Исламғол Ҡормошев, Әбүбәкер Арыҫланов, хорунжий Кинйәлебай Тимеров;
Хәлилдән Алтынсура Этбаҡмаҫов, Толомбай Юлъяҡшин, Илбай Биксурин, Ибраһим Исламғолов ҡатнаша.
Сығанаҡ:
http://agidel-rb.ru/nomera/2012/11/xmt-grj_jnlin2.html
http://ufagen.ru/places/abzelilovskiy/mahmutovo.html
|