Ҡыпсаҡтар тураһында
Бик боронғо төрки халыҡ булараҡ, ҡыпсаҡтар, башҡа башҡорт ҡәбиләләре, ырыуҙары кеүек, оҙон һәм ҡатмарлы тарихи юл үтә. Улар беҙҙең эраға тиклемге III быуатҡа ҡараған ҡытай йылъяҙмаларында уҡ «цин ча» тип аталған иероглифтар менән билдәләнгән. Ҡытай йылъяҙмасылары «цинь ча»ларҙы һары сәсле, зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө кешеләр, тип яҙып ҡалдырған. Бәлки, улар, ысынлап та, һары сәсле булғандыр, сөнки урыҫ йылъяҙмаларында ҡыпсаҡтар «половцы» – «һары сәсле кешеләр» (полова – урыҫ телендә «һары», «һалам» тигәнде аңлата) тип аталған. Ләкин бөгөнгө ҡыпсаҡтарҙың күбеһе ҡара сәсле һәм һоро күҙле. Тарихсыларҙың барыһы ла тиерлек был халыҡты беҙҙең эраға тиклемге IX быуатта, йәғни 2800 йыл элек Ҡытайҙың төньяғында, хәҙерге Тыва Республикаһының Тыва уйпатлығында, һуңғараҡ Хакасияла, Байкал күленең көньяҡ-көнбайыш ярҙарында, төньяҡ-көнбайыш Монголияла һәм Алтайҙа йәшәгән, тип иҫәпләй. Беҙҙең эраның IV быуатында (ҡайһы бер тарихи әҙәбиәттә VI быуатта. – Ә.Й.) ҡәүемдең ҙур өлөшө, яңы көтөүлектәр эҙләп, кимак ҡәбиләләре йәшәгән ерҙәргә – Иртыш һәм Ишем буйҙарына күсенә. VI – VIII быуаттарҙа ҡыпсаҡтар башҡа төрки телле ҡәбиләләр менән тәүҙә – Төрки ҡағанаты, һуңынан сама менән VIII быуат уртаһынан IX быуат уртаһына ҡәҙәр Уйғыр ханлығында булып, IX быуат уртаһынан X быуат аҙағына ҡәҙәр Кимак ҡағанаты составында Көньяҡ Урал далаларына һыйынып, Урал аръяғында көн күргән башҡорттар менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Шулай итеп, ҡыпсаҡтар тарихи Башҡортостандың көньяҡ сиктәрендә – бөгөнгө Ырымбур өлкәһенә ингән башҡорт ерҙәрендә IX быуаттан, бәлки VIII быуаттан, башлап көн итә.... (дауамын аҫта күрһәтелгән сығанаҡтан уҡығыҙ)
Сығанаҡ: http://agidel-rb.ru/nomera/2012/11/xmt-grj_jnlin2.html
|