Дин, милләт, ырыуыбыҙ
динебеҙ - Ислам, милләтебеҙ - башҡорт, ырыуыбыҙ - Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, ораныбыҙ - "тоҡсаба", ағасыбыҙ - ҡарағай, ҡошобоҙ - ҡарсыға, тамғабыҙ - даға, ауылыбыҙҙың исеме - Мәхмүт, ауылыбыҙҙағы аралары - Бажандар, Иместәр, Тәүкәйҙәр.
Халыҡ иҫәбе
Мәхмүт ауылы халҡының һаны төрлө йылдарҙа үткәрелгән халыҡ иҫәбенә күрә ошолай:
1795 йыл - 231 кеше,
1842 йыл - 432 кеше,
1866 йыл - 420 кеше,
1900 йыл - 377 кеше,
1920 йыл - 462 кеше,
1939 йыл - 309 кеше,
1959 йыл - 314 кеше,
1968 йыл - 480 кеше,
1989 йыл - 465 кеше,
2002 йыл - 558 кеше,
2009 йыл - 667 кеше,
2010 йыл - 584 кеше.
Мәхмүт ауылында 5-се халыҡ иҫәбе ревизияһы мәғлүмәттәре буйынса (1794-1795 йыл) - 259 кеше, ә 10-сы ревизияға күрә (1857-1858 йылдар) - 408 кеше йәшәгән.
2002 йылында үткәрелгән халыҡ иҫәбенә күрә, ауыл халҡының милләте - башҡорт (100%).
|