1-се урам - Тыныслыҡ урамы, оҙонлоғо - 2 км., был урамда туплам 113 өй урынлашҡан, был урамда 24 өй-ҡура буш тора. Мәсет, парк-обелиск, ауылдың 4 кибете лә ошо урамда урынлашҡан. 2-се урам - Дуҫлыҡ урамы, оҙонлоғо - 1.5 км, был урамда 32 өй урынлашҡан, 7 өй буш тора. Ауыл клубы, медпункт, китапхана, балалар баҡсаһы ошо урамда урынлашҡан. 3-сө урам - Йәштәр урамы, 31 өй бар , был урамда 2 өй буш тора. 4-се урам - Зәки Вәлиди урамы, был урамда хәҙерге ваҡытта 15 өй бар, шуларҙан 3 өй буш. 5-се урам - Мәктәп урамы, 15 өй, 3 өй буш тора. Бөгөн ошо мәғлүмәттәребеҙ бар, һандарҙа хата, йәки берәй өй онотолған булһа, өҫтәп яҙырһығыҙ . Һәммәһе Мәхмүт ауылында 206 йорт бар, шуларҙың 39-ы буш тора!!! Бөгөнгө көндә беҙҙең ауылда йөҙҙән ашыу буйҙаҡ ир-егет һәм яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Сөнки бик күп ир-егет оло ата-әсәһе менән тора йәки яңғыҙ йәшәй , йәки ҡатын-ҡыҙ яңғыҙ әсәһен ҡарай, йәки яңғыҙ бала көтә.
|