Мәхмүт ауылы сайты(сайт деревни Махмутово)

Вторник, 14.05.2024, 01:14

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | | Регистрация | Вход

Главная » 2018 » Январь » 27 » Танышайыҡ. Ҡауышайыҡ. Ғаилә ҡорайыҡ.
16:55
Танышайыҡ. Ҡауышайыҡ. Ғаилә ҡорайыҡ.


Хөрмәтле төркөмдәштәр!!!

Быйыл беҙҙә икеләтә байрам, беренсенән 2018 йыл - "Ғаилә йылы" тип иғлан ителде, икенсенән төркөмөбөҙгә тиҙҙән Бер йәш тула.
" Танышайыҡ, Ҡауышайыҡ, Ғаилә ҡорайыҡ" төркөмө 2017 йылдың 27 февралендә, Әбйәлил районының Мәхмүт ауылында төҙөлдө.
Бөтәгеҙҙе лә етеп килгән байрам менән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, ғаилә бәхете, үҙ парҙарығыҙҙы табып ғаилә ҡороуығыҙҙы теләйбеҙ.
Байрам уңайы менән төркөмгә ҡағылышлы уй - фекерҙәрегеҙҙе, кәңәштәрегеҙҙе һәм тәҡдимдәрегеҙҙе бүлеккә яҙып һалыуығыҙҙы һорайбыҙ.

Төркөмдөң барлыҡҡа килеү тарихы:

2015 йылдың йәмле август айында, тыуып үҫкән Мәхмүт ауылының төркөмөнә башлап нигеҙ һалдым.
Бер йыл үтеүгә, 2016 йылдың август айында, төркөмдөң әңғәмәләренә бүлек өҫтәнем. Һәм уға " Танышайыҡ, Ҡауышайыҡ, Ғаилә ҡорайыҡ " исеме бирҙем. Ни өсөн тигәндә, йорт һәм халыҡ иҫәбен алғанда,ауылда 25 йәштән 60 йәшкә тиклем яңғыҙ донъя көтөүселәр һаны йөҙҙән ашыу икәнлеге асыҡланды. Минең иң төп теләгем, шул яңғыҙҙар үҙ парҙарын табып, ғаилә ҡороп йәшәүҙәре булды.
Октябрь айында беренсе танышыу кисәмде үткәреү ниәте менән мәҙәниәт йортон һөйләштем хеҙмәткәре менән. Анһат уйлаған инем, иғлан бирәм дә кисә үткәрәм тип. Тик, улай еңел генә килеп сыҡманы. Төрлө рөхсәт ҡағыҙҙары алырға ҡуштылар : ауыл советы башлығынан, район үҙәге хаҡимиәтенең мәҙәни саралар кабинетынан, прокуратуранан, РОВДнан, район үҙәк мәҙәниәт һарайынан. Ҡайҙа инһәң дә документтарға ҡушып лицензия һорайҙар, унһыҙ рөхсәт юҡ. Ярҙам ҡулын " Аулаҡ өй " димселәр клубында тамада булып йөрөгән Рәзилә киленем һуҙҙы. Миңе тыңлап, Үҙенең исеменә " Бәхет төнө " исемле димселәр клубын булдырып лицензия алды. Шунан һуң ғына кисә үткәреүгә рөхсәт бирҙеләр. Ҡыуанып - ҡанатланып кисә программаһын төҙөп инде үткәрәйем тигәндә район үҙәгенең мәҙәниәт һарайынан шылтыратып, рөхсәт юҡ тип ҡуйҙылар.
Тағын район үҙәгенә юл тоттом, үҙ өйөмдәй күргән төҫлө йыш барырға тура килде.
Баҡтиһәң, " Аулаҡ өй " ҙөң етәксеһе рөхсәт бирмәҫкә һораған икән. Ә башланғыс рөхсәт, райондың ҡатын - ҡыҙҙар советы комиссияһынан, Ҡоролтайҙан һәм Берҙәм Рәсәй партияһынан да бар. Партия делегаттарына шылтыратҡандан һуң мәҙәниәт һарайы ҡаршы тора алманы, рөхсәт бирҙе. Байтаҡ ҡына ваҡыт уҙып китте. Өйҙә лә ел - дауыл ҡупмай ҡалманы. Хәләл ефетем аңланы, миңә таяныс булды.
Шулай итеп, беренсе кисәгә ауылымдан 58 һәм ҡырҙан 30-ҙан ашыу кеше йыйылып, матур итеп үтеп китте. Һәр кисәгә 60- ашыу яңғыҙҙар йыйылышты. Йәй көндәре кисәләр үткәреүе ауырлашыуын күҙаллап, 27 февраль көндө яңы төркөм асып ебәрҙем. Һеҙгә таныш булған " Танышайыҡ, Ҡауышайыҡ, Ғаилә ҡорайыҡ " ты. Кәңәшләшкәндән һуң ике дуҫымды редактор итеп ҡуйҙым, Лилиә Бикбулатова менән Гүзәл Усманованы. Төркөмгә ингәндәр һаны артҡандан арта барҙы. Башҡортостанға танылыу алды. Төркөм менән ғорурлана алам. Башлаған эшем тиген түгеллегенә ҡыуанып бөтә алмайым. Танышығыҙ дуҫтарым, ҡауышығыҙ, матур итеп ғаилә ҡороғоҙ.

Бикбай Мәхмүт

Просмотров: 357 | Добавил: bikbaj2017 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar

Вход на сайт

Поиск

Календарь

«  Январь 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031

Наш опрос

Оцените мой сайт
Всего ответов: 19

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0