Мәхмүт ауылы сайты(сайт деревни Махмутово)

Суббота, 18.05.2024, 20:55

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | | Регистрация | Вход

Главная » 2017 » Декабрь » 25 » Мәхмүт ауылым.
18:12
Мәхмүт ауылым.

Тыуған ауылым-тыуған төйәгем.

Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Кешегә иң гәзизе – туған әсә, иң ҡәҙерлеһе – тыуған тупраҡ, иң татлыһы - тәү эскән һыуың, ин йылыһы – һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме – тыуған өйөң, иң йәмлеһе – тыуған тәбиғәтең. Шуны тойоп үҫкән кешенең күңел ҡото бар. Шуларҙы ҡәҙерләғән кеше бүтән әсәләрҙең ғәзизлеген, оло һыуҙарҙың татын, ҙур уттарҙың ҡайнарлығын, яҡты донъяның ҡәҙерен, Тыуған ил тойғоһоноң ололоғон нығыраҡ белер.
Минең тыуған ауылым Мәхмүт.Ул Оло Ҡыҙыл йылғаһының буйында урын-лашҡан .Уны бер яҡтан Олоғор тауы , йылға аша Оҙонғор тауҙары уратып алған. Оло Ҡыҙыл йылғаһына Игетимер исемле йылға ҡоя.
Шулай уҡ ауылыбыҙҙа: Мәҙәниәт йор- тонда фәһемле, күркәм, матур саралар үтә. Китапхана - әҙәби китаптарға бай . Ике ауыл уртаһында дөйөм урта белем биреү мәктәбе урынлашҡан.Ике ауыл уртаһында почта һәм Заправка урынлашҡан . Тағы ла больница,балалар баҡсаһы. дүрт һатыу үҙәге, мәсет,парк , Дан һәйкәле бар. Мәсеткә балалар ҙа, ҡарттар ҙа баралар. Дан һәйкәле Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар өсөн төҙөлгән.
Ауылыбыҙ тирәләй тәбиғәт тә бик матур. Йылға буйы ҡуйы ағастар менән ҡапланған.
Мин тыуған ауылымды яратам. Тыуған иле булған кеше мең бәхетле.

 

Просмотров: 305 | Добавил: bikbaj2017 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar

Вход на сайт

Поиск

Календарь

«  Декабрь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Наш опрос

Оцените мой сайт
Всего ответов: 19

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0