Мәхмүт ауылы сайты(сайт деревни Махмутово)

Суббота, 18.05.2024, 19:06

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | | Регистрация | Вход

Главная » 2017 » Февраль » 6 » "Мәхмүт ауылым "- төркөмө : http://vk.com/club100091366
18:38
"Мәхмүт ауылым "- төркөмө : http://vk.com/club100091366

"Мәхмүт ауылым "-төркөмө тарихы . Бына ниһәйәт 2016 йылы ла тамамланды. Һеҙгә"Мәхмүт ауылым" төркөмөнөң барлыҡҡа килеүе, ошо көндәргә тиклем ниндәй юлдар үтелгәне тураһында һөйләргә теләйем. 2014 йылдың 1 февралендә улым Хәйҙәр менән ҡыҙым Гөлфиә миңә Интерныттың Вконтакте социаль сайтында бит астылар. 2015 йылдың август айында Хәйҙәр улым "Атай, беҙ уҡыуға китмәҫ борон һиңә Төркөм төҙөп бирәйек әле", тип өгөтләй башланылар. Улым үҙе 2011 йыл 25 февралдә асҡан "Махмутово "- төркөмөн күрһәтеп аңлатып эштең айышын аңлатып бирҙеләр, шулай итеп, балаларым мине лә төркөм төҙөү идеяһына күндерҙеләр. 12 - 14 августа өс көн иртәнсәктән кискә хәтлем Гөлфиә ҡыҙым менән бергәләп ауылыбыҙҙы һәм тирә яғын гиҙеп йөрөп сыҡтыҡ, фотаға төшөрҙөк. Төркөмдөң "описание" (танытма) өлөшөн яҙҙыҡ. 2015 йылы 14-се августында өсәүләп ултырып "Мәхмүт ауылым " төркөмөнөң эстәлеген әҙерләй, материалдар теркәй башланыҡ. Шулай итеп, 2015 йылының йәмле 14 август көнө - "Мәхмүт ауылым" төркөмөнөң Тыуған көнөнә әүерелде. Танытма яҙыуҙарын ҡыҙым Гөлфиә яҙҙы, фоторәсемдәрҙе улым Хәйҙәр әҙерләп ҡуйҙы. Был әҙерлек һәм төркөмдө башлатып ебәреү эштәрен өсәүләшеп ике ноутбок менән эшләнек. Төркөмдөң диуарында (стенаһында) беренсе булып ҡыҙым ике шиғыр бүлеште, байрамдар менән ҡотлауҙы шулай уҡ ҡыҙым алып бара. Улым төркөмгә аудио яҙмалар, йырҙар һала, аудио яғынан биҙәй. Төркөмдө төҙөгәндән һуң өсөбеҙҙөң дуҫтар исемлегендәге бөтө дуҫтарға саҡырыу ебәрҙек. Дуҫтарыбыҙ саҡырыуыбыҙҙы ихлас ҡабул итеп, "Мәхмүт ауылым" төркөмөнә ҡушылдылар! Ҙур рәхмәт һеҙгә дуҫтар. 2015 йылы 15 август көнө беренсе мөрәжәғәтебеҙҙе яҙҙыҡ. 21 августҡа тиклем бер аҙна эсендә төркөмдә 89 ауылдашыбыҙ, төркөмдөшебеҙ булды. Описание группы: Һаумыһығыҙ ауылдаштар һәм ситтә йәшәүсе ауылдаштар! Ауылыбыҙҙың төркөмө төҙөлдө. Был төркөм бөтә ауылдаштарыбыҙҙың файҙаланыуы өсөн төҙөлдө. Был төркөм тыуған ауылыбыҙҙың үткәне, бөгөнө һәм киләсәге тураһында мәғлүмәттәрҙе бер ерҙә туплаясаҡ. Ауылдаштарабыҙҙың интерактив йыйылышыу, тормош-көнкүреш һәм яңылыҡтарыбыҙҙы, шатлыҡ-ҡыуаныстарыбыҙҙы бүлешеү, ҡайғылы-хәсрәтле минуттарҙа бер-беребеҙгә терәк ере буласағын өмөт итәбеҙ. Тыуған ауылыбыҙҙан ситтәрҙә, алыҫ диярҙарҙа йәшәүсе ауылдаштарыбыҙ төркөмөбөҙҙө Мәхмүт ауылы күренештәрен, тауҙарын, шаулап аҡҡан Ҡыҙыл буйҙарын, ялан сәскәләрен, ауылыбыҙҙың йәйен йәшел хәтфә, ҡышын ап-аҡ ҡарлы урамдарын, матур, изге күңелле һәм яҡын ауылдаштарының фото һәм видеоларын күреп, таныштарын тап итеп, һағыныуҙарын аҙайтыр, тип ышанабыҙ. Мәхмүт ауылында йә иһә сит яҡтарҙа йәшәүсе ауылдаштарыбыҙ араһында ауыл мәсьәләрен хәл итергә теләүселәр табылыр, яңы фекерҙәр, яңы маҡсат һәм идеялар тыуыр. Ошо ҡуласала төркөмөбөҙҙә йыйылайыҡ, аралашайыҡ, тигән уйҙабыҙ. Хөрмәтле ауылдаштар, әүҙем булайыҡ! Амин. Төркөмдөң маҡсаты: Кемдәр тыуған ауылыбыҙҙың яҙмышына битараф түгел, кемдәр ауыл тормошо, ундағы ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына, беҙҙең төркөм һеҙҙең өсөн. *Ялған хәбәрҙәр яҙыу тыйыла. Төркөм ағзаларынан таҫмалағы яҙыуҙарҙы һәм фото альбомдарҙы ҡарап барыу, яңы фотоларығыҙ булһа үҙ аллы өҫтәү йәки төркөм админына ебәреү, үҙ фекерегеҙҙе яҙыу, "лайк" ҡуйыу һорала. Ауыл тормошонда һеҙҙеңсә ниндәй проблема бар, һеҙҙе ниндәй мәсьәләләр борсой, шуларҙы яҙығыҙ. Байрамдар, юбилейҙар тураһында фото йәки видеолар бүлешәйек, ауыл төркөмөнөң архивын байытайыҡ.

Просмотров: 258 | Добавил: bikbaj2017 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar

Вход на сайт

Поиск

Календарь

«  Февраль 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728

Наш опрос

Оцените мой сайт
Всего ответов: 19

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0