Мәхмүт ауылы сайты(сайт деревни Махмутово)

Суббота, 18.05.2024, 17:48

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | | Регистрация | Вход

Главная » 2017 » Декабрь » 2 » Хезмәт итә илгә Егеттәр
21:38
Хезмәт итә илгә Егеттәр

 

                    Бикбай тик ятмай
28 май — Сик буйы ғәскәрҙәре көнө
Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә йәмәғәтселек хәрәкәте ныҡ әүҙемләште. Фекерҙәре, уй-хыялдары уртаҡ булған кешеләр төрлө ойошмаларға берләшә башланы. Мәғлүм булыуынса, күптән түгел райондың Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары үҙҙәренең ойошмаһын булдырғайны. Улар уғата әүҙем эшләп алып китте: ҡыҫҡа ваҡыт эсендә коробка төҙөп, Бөйөк Еңеүгә арналған район парадында ҡатнаштылар, 28 майҙа иһә Асҡар ауылында сик буйы ғәскәрҙәре яугирҙәре хөрмәтенә һәйкәл асырға йыйыналар. Сик буйы ғәскәрҙәре көнө уңайынан бөтә ошо яҡшы эштәрҙе башлаусыларҙың, ойоштороусыларҙың береһе, заманында сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ часында хеҙмәт итеүсе Мәхмүт ауылы егете Бикбай Насырйәнов һәм уның йәмәғәтселек эшмәкәрлеге тураһында һүҙем. 
Бикбай Батыр улы Насырйәновты хәрби хеҙмәткә 1989 йылдың яҙында саҡыралар. Учебкаға Анапа ҡалаһында урынлашҡан Сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ частарына эләгә. 
— Унда минең менән райондаштар ҙа бар ине: Теләштән Ялалов Рәфис, Туйыштан Миңлебаев Урал. Артабан шул йылдың көҙөнә Мурманск өлкәһенең Кувшинская Салма тигән урынына күсерҙеләр. Дембелгә ҡәҙәр диңгеҙ сиген һаҡлау кораблендә хеҙмәт иттек. 1991 йылдың декабрендә тыуған ауылыма ҡайтып төштөм, — тип хәтерләй әрме хеҙмәтен ул. 
Ауылына ҡайтҡас, Бикбай урындағы хужалыҡҡа эшкә төшә, ситтән тороп Йылайыр ауыл хужалығы техникумында агрономға уҡый. Колхоз тарҡалғас, Магнитогорск ҡалаһына эшкә урынлаша. 
Бикбай Батыр улынан әүҙем йәмәғәтселек эшмәкәрлегенең ҡайҙан килеүе тураһында һорашҡас, бәләкәй саҡтан ойоштороу һәләте бар, нимәнелер уйлап, шуны йәмәғәтселек менән берлектә бойомға ашырырға яратам, тип яуап бирҙе. 
Ул спорт менән дә дуҫ була. Заманында көрәш буйынса республика чемпионы исемен яулай. Төрлө фән олимпиадаларында ҙур теләк менән ҡатнаша. 1993 йылда Мәхмүт ауылында «Аҡтирәк» исемле йәштәр ойошмаһы төҙөй. 
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һораған ярҙам булманы һәм ойошма тарҡалды. Ул мәлдә бындай ойошмалар республикала юҡ ине. Бер аҙ ваҡыттан һуң Башҡортостанда ла ошондай ойошмалар баш ҡалҡыта башланы. Аҙаҡ саҡырып алып, ойошма эшен йәнләндереүҙе һорағайнылар ҙа, күңел һүрелгәйне, — ти ул. 
Хәҙерге ваҡытта йәмәғәтселек эшен алып барыуҙа интернет селтәре ныҡ ярҙам итә икән. Быны ныҡлап төшөнгәс, Бикбай Батыр улы 2015 йылдың 1 февралендә «Бәйләнештә» сайтында теркәлә һәм шул йылдың 14 авгусында «Мәхмүт ауылы» төркөмөн булдыра. Артабан инде бер-бер артлы «Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр», «Диңгеҙселәр», «Танышайыҡ, ҡауышайыҡ, ғаилә ҡорайыҡ» төркөмдәрен, Мәхмүт ауылының рәсми сайтын төҙөй. 
— Мине электән, ниңә Бөйөк Еңеүгә арналған район парадында сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр ҡатнашмай, тигән уй борсой ине. Уйлап ҡараһаң, фашистарҙы тап пограничниктар беренсе булып ҡаршы ала һәм Гитлерҙың СССР-ҙы ашығыс рәүештә баҫып алыу планын емерә бит. Ошондай уйҙар менән йөрөй торғас, Аллаға шөкөр, фекерҙәштәр табылды һәм быйыл күмәкләп хыялды бойомға ашырҙыҡ. Был ғына түгел, районда сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының ойошмаһын булдырып, уны республика ойошмаһына теркәтеп ҡуйҙыҡ. Йәмәғәтселек эше алып барыуым, интернет селтәренә файҙа алыу һәм итеү маҡсатында ғына инеүем ошоғаса хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә булған яугир олтайым ерләнгән ҡәберлекте табыуға килтерҙе. «Бәйләнештә» сайтының «Үлемһеҙ полк» төркөмөнә бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеп таптым олатайымды, — ти, ҡәнәғәт йылмайып, Бикбай Батыр улы.
Ғәҙел ИШМОРАТОВ
.

Просмотров: 395 | Добавил: bikbaj2017 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar

Вход на сайт

Поиск

Календарь

«  Декабрь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Наш опрос

Оцените мой сайт
Всего ответов: 19

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0