Мәхмүт ауылы сайты(сайт деревни Махмутово)

Суббота, 18.05.2024, 16:35

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | | Регистрация | Вход

Главная » 2017 » Декабрь » 25 » Ғәйлә һәм ниғеҙ тарихы.
18:01
Ғәйлә һәм ниғеҙ тарихы.

70-се яҙ! 70-се аяҙ, тыныс яҙ! “Эх...” - тип уфтанып ҡуйҙы, тәҙрәнән күҙҙәрен баҡсалағы алмағасҡа төбәп, тәрән уйҙарға батҡан, өләсәйем. Яҙ һулышын тойоп бына - бына япраҡ ярып, сәскә атырға ултырған алмағас, өләсәйҙең әрнеүен ишеткәндәй, талғын ғына иҫкән елгә елберләп куйҙы. “Был алмағасты, ҡыҙым, олатайың тере сағында үҙе ултыртҡайны! Емешенән балалары, ейән - ейәнсәрҙәре, бүлә – бүләсәләре ауыҙ итте, тик үҙе генә күрмәне шул был көндәрҙе...” – тип башланы һүҙен өләсәйем Бибиямал Хәмитулла ҡыҙы Ильясова.


Олатайыбыҙ Ильясов Ғәбит Аһылғужа улы 1924 йылдың 3 июлендә Мәхмүт ауылында донъяға килә. 6 йыллыҡ белем ала. Аслыҡ йылдарында тиҫтерҙәре менән башаҡ урып,бесән сабып, төрлө эштә йөрөйҙәр. 1940-сы йылдың 14-се декабрендә үҙ ауылы һылыуы, Бибиямал менән ғаилә ҡороп, йәшәй башлайҙар. Күптә үтмәй, Бөйөк Ватан Һуғышы башланып китә. Яңы 18-ҙе тулған егетте 1942-се йылдың октябрендә әрме хеҙмәтенә саҡырталар. Шулай итеп фронтҡа эләгә Ғәбит Аһығужа улы. 1943 йылдың 1 майында улы Рәжәп донъяға килә. Дәһшәтле һуғыш барған ерҙән, меңәр саҡрыдар алыҫлығында, көньсығышта, Тымыҡ диңгеҙ сиген һаҡлай. Һуғыш ваҡытында 355-се диңгеҙ пехотаһының айырым батальонында, уҡсылар отделениеһының командиры булып хеҙмәт итә. Үҙ батальоны менән 1945 йылда Япония менән һуғышта ҡатнаша һәм “Японияны еңгән өсөн” тигән миҙал менән наградлана. 45-се йыл һуғыш тамамланғас, 2 йыл әрмеһен тултырып, орден - миҙалдар тағып 1947 –се йылдың майында ғына һуғыштан ҡайтып төшә. Өйҙә уны 4 йәшлек улы Рәжәп ҡаршы ала.
Һуғыштан һуң 1948-се йылда колхозға тракторист булып эшкә төшә һәм ғүмеренең ахырына тиклем хеҙмәтенә тоғро булып ҡала. Күп тапҡырҙар ауыл советы депутаты итеп һайлана. Ҡатыны Бибиямал менән береһенән – береһе уңған, тырыш 10 балаға: 6 малай һәм 4 ҡыҙға ғүмер бирәләр. Баҫалҡы холҡо, итәғәтлелеге, ярҙамсыллығы өсөн барыһы ла уны хөрмәт итәләр.Ҡаты үпкә ауырыуына ней бары 49 йәшендә донъя ҡуя, иптәшен 10 бала менән яңғыҙ ҡалдырып.
Бибиямал Хәмитулла ҡыҙы бар балаларын да, яҡшы тәрбиә биреп, аяҡҡа баҫтыра. Илгә һөйөү, кешеләргә алсаҡ итәғәтлелек тәрбиәләй уларҙа. Төрлө һынауҙар аша үтеп, барыһын да башлы - күҙле итә.
Аллаға шөкөр, өләсәйебеҙ быйыл 92 йәшен тултыра. Әлеге көндә Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны, герой – әсә тигән исемдәрҙе лайыклы йөрөтә. 32 ейән –ейәнсәре, 31 бүлә – бүләсәһе бар. Хөрмәт итеп, ихтирамлап торалар бар ерҙә. Өләсәйебеҙҙең һуғыш ваҡыты, аслыҡ йылдары тураһында һөйләгәндәрен тыңлап, уның сабырлығына, сыҙамлылығына һоҡланырға ғына ҡала. Кәңәшсе лә ул, серҙәштә, бар яҡлап ярҙам итеп тора барыһына ла. Әле лә бына 70 йыллыҡҡа миҙал алып, ҡыуанып, өгөт – нәсихәттәрен әйтеп ултыра. Ятһа ла, торһа ла һәр ваҡыт хоҙайҙан йорт – илгә тыныслыҡ, аяҙ күк йөҙө һорай өләсәй. 70 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан бер тыуған ағаһынан, бик куп ауылдаштарынан айырған һуғыш яралары тынғы бирмәй уға. 
Уйлап ҡараһаң, 70 йыл – уртаса бер кешенең ғүмере. Нейҙәр генә ҡылмай, нейҙәр генә күрмәй ете тиҫтә эсендә әҙәм балаһы. Олатай ултыртҡан алмағастай, яңы япраҡ ярып, сәскә ата торған ғүмерҙәрен утҡа ташлап, фашизимға “нөктә” ҡуйыр өсөн яу яланында мәңгелеккә ятып ҡалған һалдаттарҙы; Гитлерҙың пландарын селпәрәмә килтереп, еңеү яулап, беҙгә тыныс тормош бүләк иткән, ветерандарҙы, 9-сы май байрамында ғына түгел, һәр ваҡыт иҫтә тотһаҡ ине!!!
Автор.Зәлиә Ильясова.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотров: 281 | Добавил: bikbaj2017 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar

Вход на сайт

Поиск

Календарь

«  Декабрь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Наш опрос

Оцените мой сайт
Всего ответов: 19

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0