Мәхмүт ауылы сайты(сайт деревни Махмутово)

Суббота, 18.05.2024, 16:35

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | | Регистрация | Вход

Главная » 2018 » Январь » 22 » Бикбай Батыр улы.
19:28
Бикбай Батыр улы.

                            Бала сағым.
Олоғор тауының, көнсығыш битләүендә, өс йылға - Оло Ҡыҙыл, Игетимер һәм Ҡарасай йылғаларының уртаһында - Мәхмүт ауылы урынлашҡан.
Ауылдың уртаһында ситәндән үрелеп , балсыҡтан һыланған өйҙә Нөғәмән Һибәт улы (т.й.1903) менән Ғилминиса Бәхтигәрәй ҡыҙы (т.й.1901) доңъя көтәләр. Уларҙың өс улы һәм бер ҡыҙы булған Гәйнур, Рафиҡ, игезәктәр Салауат менән Батыр ( т.й.1938).
Батыр Нөғәмән улы 1962 йылда Күсей ауылы ҡыҙы Фәрзәнә Сибәғәт ҡыҙы Мурзабаеваны кәләш итеп ала. Йәшәгән өйҙәре эргәһенә Ҡарағай ағасынан бурап ике бүлмәле өй һалып сығалар.( Ситән аласыҡ мин иҫ белгәндәлә булды)
Тәүҙә малайҙары Байрамғул 1963 йыл доңъяға килә, 1965 йылда ҡыҙҙары Фәрхәнә тыуа, 1968 йылда малайҙары Баязит тыуа.
Ошо йылды 1968 йыл ауылға электр селтәре үткәрәләр.
1971 йылдың ғинуар айында күҙ асҡыһыҙ буранда таңғы бишенсе яртыла дүртенсе балалары малай тыуа. Кендек әбейҙәре Маһикамал Кильдиярова менән Яңылбикә Юлмухаметова була. Мин тыуғаным, аҙаҡ Атайым барып ауыл фельдшерен, Ленаны алып килгән. Көн яҡтырғас, ферманан ат һорап алып килеп егеп, толоптарға төрөнөп Урал ауылы больницаһына алып барғандар.
Больницала әҙерәҡ ятып сыҡҡандан һуң ауылға алып ҡайтҡандар. Миңә 15 көн булғас, ауырып тамаҡ ашамай үлер хәлгә етеп 10 көн ятҡас, ауыл әбейе Бәзигә Нарынбаеваны алып килеп миңә Йәсин уҡыттырғандар. Байтаҡ ваҡыттан йүнәлеү яғына ыңғайлай башлағаным. Шулайтып яйлап үҫеп һөйләшеп күрше тирәнең балалары менән уйнай башланым. Үсеп йәшем уҡыуға барыға етҡәс атайым менән әсәйем миңе 1978 йылда Мәхмүт ауылының өс йыллыҡ мәктәбенә беренсе класҡа уҡырға бирәләр.

Беренсе уҡытыусым Гәлиә Сөнәгәт ҡыҙы Миндиярова була.
Минең менән беренсе класҡа барған класташтарым!
Үр яҡтан һанай башлайым:
1. Милләт Мизәхәт улы Галиуллин.
2. Ғаяз Марат улы Нуриманов.
3. Йәүзәт Гәделбай улы Баястанов.
4. Миңнур Әнәс улы Ниязгулов.
5. Мин Бикбай Батыр улы Насырйәнов.
6. Наил Әнәс улы Кильдияров.
7. Эльвира Гәйрибәшәр ҡыҙы Суфиянова.
8. Аҡнаҙар Хәкимйән улы Тагиров.
9. Гөлсәсәк Нуриәхмәт ҡыҙы Фахрисламова.
10. Васил Фәйзрахман улы Хайбуллин.
11. Азат Нәҙер улы Сафин.
12. Зәкир Вәзир улы Фахрисламов.
13. Гүзәл Булат ҡыҙы Шагивалеева.
Хәҙерге мәлдә ике класташым Миңнур Әнәс улы менән Гүзәл Булат ҡыҙы арабыҙҙа юҡ, ауыр тупраҡтары енел булһын.

Просмотров: 307 | Добавил: bikbaj2017 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar

Вход на сайт

Поиск

Календарь

«  Январь 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031

Наш опрос

Оцените мой сайт
Всего ответов: 19

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0